Дёма Леонид Васильевич

Биографияһы

Дёма Леонид Васильевич 1916 йылдың 18 июнендә Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы) Михайловка ауылында тыуған[1]. Урыҫ[2].

Магнитогорск ҡалаһында ФЗО мәктәбендә уҡый (артабан 39-сы ПУ, һуңыраҡ 97-се профессиональ-техник училище). Металлургия комбинатында пар энергияһын файҙаланыу цехында слесарь-электрик була.

Төп эшенән айырылмай Магнитогорск аэроклубын, 1934 йылда — Ҡазанда инструктор-осоусылар мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем Силәбе аэроклубында инструктор булып эшләй.

1941 йылдың июленән Совет армияһында. 1942 йылдан КПСС ағзаһы. 10-сы истребитель авиация корпусының 10-сы гвардия истребителдәр авиация дивизияһы 112-се гвардия истребителдәр авиация полкының һауа-уҡсылар хеҙмәте.

1941 йылдың октябрендә Л. В. Дема Көнбайыш фронтта һуғыша. Ул «У-2» төнгө бомбардировщик командиры итеп тәғәйенләнә. Был самолетта 95 хәрби осош яһай. Фашист ғәскәрҙәре тылына рейд яһаған генерал П. А. Беловтың төркөмөнә боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек ташый. 38 яралы һалдат һәм командирҙы алып сыға. Дошман ғәскәрҙәрен һәм хәрби техникаһын бомбаға тотоу өсөн осоштар яһай.

1944 йылдың 1 июленә 273 хәрби осош яһай, 38 һауа һуғышында ҡатнашып 17дошман самолетын юҡ итә[3]. Ауыр яранан һуң, У-2 самолетында оса башлай, һуғыш аҙағында тағы истребитель була.

Запасҡа ҡайтҡас (1946) Ставрополь аэроклубында, 1949 йылдан Камчаткала һәм Заполярьела граждан авиацияһында, Магнитогорскиҙа эшләй.

1962-72 ылдарҙа Магнитогорск аэропортында диспетчер булып эшләй. Халактыр авиаотряды (Петропавловск-Камчатский ҡалаһы) командиры була.

2004 йылдың 17 декабрендә Магнитогорск ҡалаһында вафат була[1]. Уң яҡ яр буйы зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәтер

  • 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Леонид Васильевич Дёма исеме Стәрлетамаҡ районының Оло Ҡуғанаҡ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелгән[7][8];
  • Еңеүҙең 55 йыллығын байрам итеү йылында Магнитогорск оборона йортона Советтар Союзы Геройы Л. В. Дёма исеме бирелә һәм мемориаль таҡтаташ ҡуйыла;
  • 2005 йылдың 5 ноябрендә ҡала башлығы Е. Карпов һәм Магнитогорск металлургия комбинаты асыҡ акионерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе урынбаҫары А. Морозов Геройҙың ҡатыны Вера Дмитриевна Дёмаға Рәсәй Федерацияһының юғары йәмәғәт наградаһын — «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» энциклопедияһын һәм иҫтәлекле миҙал тапшыра.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Ғ. Һ. Булатов, А. Н. Пинтсон. Дёма Леонид Васильевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025.
  2. Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь, 1987
  3. М. Ю. Быков. Все Асы Сталина 1936—1953 гг.. — Научно-популярное издание. — М.: ООО «Яуза-пресс», 2014. — С. 334. — 1392 с. — (Элитная энциклопедия ВВС). — 1500 экз. — ISBN 978-5-9955-0712-3.
  4. 1 2 3 4 5 6 Дема Леонид Васильевич. Министерство обороны Российской Федерации. Портал «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025. (рус.)
  5. Советские асы. Дема Леонид Васильевич
  6. Газета «Правда» от 23 августа 1944 года
  7. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025. (рус.)
  8. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Выпускники и работники учреждений начального профессионального образования Челябинской области — Герои Советского Союза \\ ГУ ПО адм. Челяб. обл., ЧелИПРО; сост.: Н. И. Голендухин, Ф. М. Крылов, Е. М. Донских — Челябинск, 1998. — 31 с.