Ҡәйепов Яхъя Зәйнулла улы
Яхъя Зәйнулла улы Ҡәйепов (рус. Кfbgjd Яхия Зайнуллович; 1955 йылдың 18 июне, Йомаш, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй ғалим-агрономы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2015).
Биографияһы
Яхъя Зәйнулла улы Ҡәйепов тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлай.
1977 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетында уҡып сыҡҡас, 1977—1979, 1981—1985 йылдарҙа «Йылайыр» совхоз-техникумында (Баймаҡ районы Яковлевка ауылы) уҡытыусы була.
Төрлө йылдарҙа В. И. Ленин исемендәге колхозда баш агроном (1979), Башҡортостан Республикаһының үҫемлектәрҙе ҡурсалау станцияһының Баймаҡ диагностика һәм прогноз пункты етәксеһе (1979).
1980—1981 йылдарҙа Йомаш урта мәктәбендә инструктор булып эшләй.
1989—1992 йылдарҙа Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында, 1994—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының Сибай филиалында уҡыта.
1992 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре: 1995—1997 йылдарҙа Сибай лабораторияһында, 2006 йылдан әйҙәүсе фәнни хеҙмәткәр, 2009 йылдан лаборатория етәксеһе. Бер үк ваҡытта 2012—2015 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалында уҡытыусы[1].
Ғилми эшмәкәрлеге
2008 йылда «Сохранение и воспроизводство плодородия черноземов в ресурсосберегающих технологиях полевого кормопроизводства на Южном Урале» тигён темаға докторлыҡ диисертацияһын яғлаған[2].
Фән йүнәлеше — 06.01.03 — агропочвоведение, агрофизика. Фәнни хеҙмәттәре тупраҡтың уңдырышлығын һаҡлаған ер эшкәртеү алымдары, һуғарылған һәм тәбиғи туғайлыҡтарҙа мал аҙығы етештереү темаларына арналған.(Докторлыҡ диссертацияһының авторефераты исеме : «Сохранение и воспроизводство плодородия черноземов в ресурсосберегающих технологиях полевого кормопроизводства на южном Урале»).
Яхья Ҡәйепов Башҡортостандың дала зонаһында туғайлы көтөүлектәрҙә һәм ферма яны баҫыуҙарында мал аҙығы сәсеүҙең баҫыу әйләнештәре (севообороты) схемаларын төҙөгән ғалим. 70-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
Сибай ҡалаһында йәшәй.
Хеҙмәттәре
- Продуктивность лугопастбищных и прифермских севооборотов в Зауралье Башкортостана//Материалы научно-практ.конф.«Теоретические и прикладные вопросы травосеяния в криолитозоне». — Якутск, 2001. — с.4-9.
- Энергетическая оценка кормовых севооборотов//Кормопроизводство. — 2001. — № 8. — с.10-12.
- Каипов Я. З., Зарипова Г. К., Сафин Х. М. Программирование урожаев в кормовом севообороте//Земледелие. — 2006. — № 1. — с.30-31.
- Сафин Х. М., Каипов Я. З., Япаров Г. Х. Плодородие почв в кормовых севооборотах Зауралья//Плодородие. — 2007. — Приложение к № 2. — с.64-66.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ҡәйепов Яхъя Зәйнулла улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
- ↑ Сохранение и воспроизводство плодородия черноземов в ресурсосберегающих технологиях полевого кормопроизводства на Южном Урале. Тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 06.01.03, доктор сельскохозяйственных наук Каипов, Яхия Зайнуллович. DisserCat. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
Һылтанмалар
- Миңлеәхмәтов И. С. Ҡәйепов Яхъя Зәйнулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.