Коваленко Анатолий Николаевич
Анатолий Николаевич Коваленко (рус. Коваленко Анатолий Николаев; 1950 йылдың 22 ғинуары, Дергачевка, Башҡорт АССР-ы) — совет ауыл хужалығы иҡтисадсыһы, йәмәғәтсе. 1983—2018 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге хужалығы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2005), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2008). Райондың почётлы гражданы (2004).
Биографияһы
Анатолий Николаевич Коваленко 1950 йылдың 22 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Дергачевка ауылында тыуған[2].
Юғары белемле: 1985 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын[3] тамамлаған[2].
1967 йылда үҙ районындағы Первомайский мәктәбендә урта белем тураһында аттестат ала һәм уҡыуын Салауаттағы 26-сы ҡала һөнәри-техник училищеһында дауам итә. Бында контроль-иҫәпләү приборҙары электрослесары һөнәрен үҙләштергәс, 1969 йылдың мартында йүнәлтмә буйынса Салауат нефть химияһы комбинатында[4] үҙ аллы эш башлай[2].
1971—1973 йылдарҙа Совет Армияһында саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәттә була[2].
1975 йылда Стәрлетамаҡ районының «Чайка» колхозы иҡтисадсыһы итеп тәғәйенләнә[2].
1977 йылда Дергачевка ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана[2].
1980 йылдан — «Чайка» колхозы рәйесенең мал аҙығы етештереү буйынса урынбаҫары[2].
1983 йылдың июлендә Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлана һәм был вазифала 2018 йылда хаҡлы ялға киткәнсе эшләй[2].
1985 йылда ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын «ауыл хужалығы иҡтисады һәм ауыл хужалығын ойоштороу» һөнәре буйынса тамамлай[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Стәрлетамаҡ районы муниципаль районының бер нисә саҡырылыш советы депутаты, советтың президиум ағзаһы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000) [5];
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994) [2];
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2005) [5];
- Салауат Юлаев ордены (2008)[2];
- Рәсәй Федерацияһы агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре (2010) [5];
- Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министрынан исемле сәғәт[2];
- Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы (2010)[5];
- Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2004) [2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 https://str.bashkortostan.ru/district/honorary/191/?ysclid=m6zz9nk5b3689929396
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 Коваленко Анатолий Николаевич. Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026.
- ↑ 1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты.
- ↑ 2011 йылдан «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
- ↑ 1 2 3 4 Администрация сельского поселения Николаевский сельсовет муниципального района Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Заслуженные люди СП. Коваленко Анатолий Николаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2025)
Һылтанмалар
• Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная → Муниципальный район → Почетные граждане → Коваленко Анатолий Николаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2025)
• Администрация сельского поселения Николаевский сельсовет муниципального района Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Заслуженные люди СП. Коваленко Анатолий Николаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2025)
• Стерлитамакская районная газета «Сельские нивы», официальный сайт. Л.Пылаева. А.Н.Коваленко: «Счастье, любовь и забота — моя земля». 21 января 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2025)