Паутова Елена Осиповна
Паутова Елена Осиповна (22 ғинуар 1986 йыл, Адлер) — Рәсәй еңел атлеты. Ике тапҡыр 1500 метрлыҡ дистанцияға йәйге Паралимпия уйындары чемпионы (2004, 2012). Күп тапҡыр Рәсәй һәм донъя чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
Биографияһы
Елена Осиповна Паутова 1986 йылдың 22 ғинуарында Краснодар крайында, Адлер ҡалаһында тыуған. Еңел атлетика менән 2001 йылда һуҡыр һәм насар күреүсе балаларҙың Армавир мәктәп-интернатында, тренер Маренич Владимир Васильевич етәкселегендә шөғөлләнә башлай. 2001 йылда Өфө ҡалаһына күсенә, унда 5-се спорт профилле мәктәп-интернатты тамамлай, ә һуңынан — «физик культура» һөнәре буйынса Башҡортостан физик культура институтын тамамлай. Хәҙерге ваҡытта РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Петр Захарович Буйлов етәкселеге аҫтында күнекмәләр үтә[1].
Наградалары
Почёт ордены (10 сентябрь 2012 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн, 2012 йылда Лондонда XIV йәйге Паралимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштар өсөн (Бөйөк Британия)[2].
Дуҫлыҡ ордены (10 август 2006 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, 2004 йыл Афина ҡалаһында XII йәйге Паралимпия уйындарында спорт ҡаҙаныштары өсөн (Греция)[3].
II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (30 сентябрь 2009 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, 2008 йылда Пекин ҡалаһында (Ҡытай) XIII йәйге Паралимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн [4].
Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (19 сентябрь 2016 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн.[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Биография 2021 йылдың 2 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 10 сентября 2012 года № 1281 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2014 йылдың 28 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 10 августа 2006 года № 894 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 30 сентября 2009 года № 1096 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2014 йылдың 19 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 19 сентября 2016 года 281-рп «О поощрении»
Һылтанмалар
- Профиль IPC 2021 йылдың 2 ноябрь көнөндә архивланған.