Ситдыҡов Гена Әхмәт улы
Биографияһы
Гена Әхмәт улы Ситдыҡов 1934 йылдың 22 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған.
1956 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын Ҡазанда “Татнефтегазразведка” тресында башлай, өлкән инженер, участка начальнигы булып эшләй.
1960 йылда “БашНИПИнефт”кә күсә, өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория етәксеһе була.
1972—94 йылдарҙа “Геофизика” ғилми‑производство фирмаһында хеҙмәт юлын дауам итә: сектор мөдире, лаборатория мөдире, баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Фәнни‑производство эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, уйлап табыуҙары скважиналарҙы быраулау һәм һынау менән бәйле. Һыу сығарған ҡатламдарҙы тикшереп, изоляциялау өсөн герметизаторҙар уйлап тапҡан һәм индергән.
Г. Ситдыҡов торбаларҙа, ҡатлам һынау ҡорамалдары, шул иҫәптән горизонталь скважиналар өсөн (“Уралец”, СВАБ‑58, ПД‑115, ЗГ‑115 һ.б.), скважиналарға төшөрөлә торған колонналарҙы ике стадияла ҡатнаш цементлау ысулы һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн ҡоролмалар (пакер-штуцер ШЗ‑190/146 һ.б.) эшләүгә етәкселек итә.
Гена Әхмәт улының асыштары Башҡортостан, Татарстан, Белорус һәм Тажик ССР‑ҙары, Төмән өлкәһе предприятиеларында ҡулланыла.
180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 46 уйлап табыу авторы.
1998 йылдың 20 июлендә Өфөлә вафат була һәм ҡала зыяратында ерләнә.
Фәнни хеҙмәттәре һәм уйлап табыуҙары
- Методическое руководство по оперативному контролю и диагностированию осложнённости условий проводки скважин в поглощающих пластах. Уфа, 1975 (авторҙаш).
- Способ изоляции пластов в скважинах
- Способ определения местоположения предметов в скважине
- Устройство для заканчивания скважин
- Патенты автора Ситдыков Гена Ахметович[RU]
- Якорь пакера
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Башҡорт энциклопедияһы — Ситдыҡов Гена Әхмәт улы (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2021)
- Свободная энциклопедия Урала. Ситдыков Гена Ахметович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2021)
- Энциклопедия УГНТУ 2019 йылдың 1 февраль көнөндә архивланған.