Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы
Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы (22 ғинуар 1939 йыл) — геолог-ғалим. 1962 йылдан (өҙөклөктәр менән) нефть тармағы предприятиелары хеҙмәткәре; 1992—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең 1-се урынбаҫары; 2002—2007 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Рәсәйҙең Тау фәндәре академияһы академигы, геология-минералогия фәндәре кандидаты (1976), техник фәндәр докторы (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1995), Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (1997) һәм почётлы ер аҫтын тикшереүсеһе (2009), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987).
Биографияһы
Эрнст Мирсаяф улы Юлбарисов 1939 йылдың 22 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Архангел районы Муллаҡай ауылында тыуған. Үҙ районындағы мәктәптә урта белем алғас, Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә һәм уны 1962 йылда тамамлай.
1962—1965 йылдарҙа «Туймазынефть» нефть етештереү идаралығында геолог булып эшләй.
1974—1978 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһендә төркөм етәксеһе, үҙәк ғилми-тикшереү лабораторияһының бүлек етәксеһе, өлкән геолог була.
1978—1980 йылдарҙа Ангола Халыҡ Республикаһының Нефть министрлығында баш инженер-консультант булып эшләй.
1980—1986 йылдарҙа Башҡортостан нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының микробиология секторы мөдире.
1986—1988 йылдарҙа нефть сығарыуҙы микробиология методтары менән арттырыу лабораторияһы мөдире.
1988—1992 йылдарҙа НПО «Союзнефтеотдача» ойошмаһының нефть ҡатламдарының нефть биреүен биотехнология ысулы менән арттырыу бүлеге мөдире.
1992 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең 1-се урынбаҫары.
Эрнст Мирсаяф улы Юлбарисов — нефть ятҡылыҡтарынан нефть алыуҙы арттырыуҙа микробиология методтарын һынау һәм уны эшкә индереүҙе теоретик нигеҙләү йүнәлешен өйрәнеүсе ғалим-геолог. 2002—2007 йылдарҙа ул Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта.
2019 йылда ул төҙөгән «Урыҫса-башҡортса геология терминдары һүҙлеге» донъя күрә.
Ғилми хеҙмәттәре
- Нетрадиционные источники получения углеводородов. М., 1991 (соавт)
- Биогеотехнология бурения, увеличения нефтеотдачи и защиты окружающей среды. Минск, 1998 (соавт.
- Геологические основы микробиологического метода повышения нефтеотдачи пласта с высоковязкой нефтью (на примере Арланского месторождения). Уфа, 2002.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2024)