Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы
Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы (рус. Мухаметзянов Ирик Зирягович; 1959 йылдың 22 ғинуары, Иҫке Ҡорос ауылы) — математик-ғалим. 1981 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2006 йылдан — математик моделдәр әҙерләү кафедраһы мөдире, 2007—2010 йылдарҙа — иҡтисадта математик ысулдар һәм финанс кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (2004)[1].
Биографияһы
Ирек Зирәк улы Мөхәмәтйәнов 1959 йылдың 22 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Иҫке Ҡорос ауылында тыуған[1].
1981 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө нефть институтында (1990 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университеты) башлай[1]:
- 2006 йылдан — математик моделдәр әҙерләү кафедраһы мөдире;
- 2007—2010 йылдарҙа — иҡтисадта математик ысулдар һәм финанс кафедраһы мөдире.
Физика-математика фәндәре докторы (2004)[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлеге техникала һәм тәбиғәт фәндәрендә математик моделләүгә, иҡтисад һәм социаль системаларҙа барған процестарҙың моделдәрен әҙерләүгә арналған[1].
Мөхәмәтйәнов тарафынан[1]:
- дисперслы нефть системаларының макроскопик структураһын имитациялаусы моделдәр әҙерләү ысулы уйлап табыла;
- дисперслы фаза эволюцияһының математик моделе эшләнә;
- макромолекуляр ассоциаттарҙың арауыҡ структураһы фракталь булыуы тикшерелә һәм иҫбатлана.
100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].
Ғилми хеҙмәттәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Мухаметзянов Ирик Зирягович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Математика Курс для студентов экономических специальностей Мухаметзянов Ирик Зирягович. present5.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
Һылтанмалар
- Башҡорт энциклопедияһындағы мәҡәлә
- Математика курсы (present5.com)