Изге Георгий ордены
Ҡалып:Орден Российской империи
Изге Георгий ордены — Рәсәй империяһының иң юғары хәрби наградаһы. Киңәйтелгән мәғәнәлә — офицерҙар, түбәнге чиндар һәм хәрби частар араһындағы айырмалар комплексы булып тора.
Императрица Екатерина II тарафынан 1769 йылдың 26 ноябрендә (7 декабрь) изге Георгий хөрмәтенә һуғыш яланында һәм хәрби чиндарҙа хеҙмәт иткәне өсөн офицерҙарҙы бүләкләү маҡсатында булдырыла. Орден менән 10 меңдән ашыу кеше бүләкләнә, ордендың беренсе, юғары дәрәжәһе, менән бөтәһе 23 кеше бүләкләнә, шуларҙың дүртәүһе генә бөтә 4 дәрәжә кавалеры була. Шулай уҡ ике тапҡыр императорҙар үҙҙәрен 1-се дәрәжә ордены менән бүләкләү осрағы теркәлгән: императрица Екатерина II — орденды булдырыу өсөн, Александр II — ордендың 100-йыллығы байрамы уңайынан[~ 1]. Икенсе дәрәжә орденына 125 кеше лайыҡ булған.
Екатерина II-нан тыш, орденға тәүгеләрҙән булып 1769 йылдың декабрендә подполковник Федор Иванович Фабрициан лайыҡ була, уға 3-сө дәрәжә ордены бирелә. 1770 йылдың февралендә 4-се дәрәжә ордены менән премьер-майор Рейнгольд Людвиг фон Паткуль бүләкләнә[1].
1917 йылдың 24 июненән 4-се дәрәжәле орден менән алыш ваҡытында офицерҙар бурысын үтәгән һалдаттар һәм матростар бүләкләнә. Был осраҡта орден таҫмаһы көмөш лавр ботағы менән биҙәлә.
Октябрь революцияһынан һуң Совет Рәсәйендә орден бөтөрөлә. Шуға ҡарамаҫтан, Граждандар һуғышы ваҡытында, 1918—1920 йылдарҙа, Көнсығыш фронтта һәм аҡтарҙың Төньяҡ армияһында ошо уҡ исемле орден менән бүләкләү ҡулланыла (юғары, 1-се һәм 2-се дәрәжәләрҙән башҡа).
2000 йылда Рәсәй Федерацияһында Изге Георгий ордены хәрби награда булараҡ тергеҙелә[~ 2].
Орден билдәләре ҡуйылмай, әммә бүләкләнеүселәрҙең исемлектәре төҙөлә.
Башҡа Рәсәй ордендарынан айырмалы рәүештә Изге Георгий ордены менән офицерҙар шәхси ҡыйыулығы өсөн бүләкләнә һәм орден наградаға лайыҡ булған офицерҙың ҡаҙаныштары статутына ярашлы ҡәтғи рәүештә көйләнә[~ 3].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Изге Георгий ордены Екатерина II тарафынан 1769 йылдың 26 ноябрендә (7 декабрь), изге Георгий көнөндә, 1768—1774 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышы тамамланғандан һуң бер йыл үткәс, булдырыла[2]. Башта Рәсәйҙә орден дүрт дәрәжәгә айырыла һәм хәрби батырлыҡтар өсөн генә бирелергә тейеш була. Башҡа мөмкинлеге лә ҡаралған була: 4-се дәрәжә ордены ялан хеҙмәтендә — обер-офицер һәм диңгеҙ хеҙмәтендә офицер булып 25 йыл дауамында хеҙмәт иткән өсөн бирелгән[3].
1807 йылда түбәнге чиндар өсөн «Хәрби орденының отличие билдәһе» булдырыла. Отличие билдәһе (көмөш тәре) һуңыраҡ «Георгий һалдаты» исемен ала. бер кеше бер нисә билдә менән наградлана алған. Офицерҙар бүләкләнмәй, әммә был билдә офицер дәрәжәһенә күтәрелгәнгә тиклем алынһа, тағырға рөхсәт ителә.
«Батырлыҡ өсөн» тип яҙылған алтын ҡорал һәм Георгий таҫмаһынан алынған темляк менән бүләкләү рәсми рәүештә орденға торошло була, алтын ҡорал менән бүләкләнеүселәр дөйөм орден исемлегенә индерелә.
1833 йылда орден статуты һәр ғәскәр төрө буйынса ентекле рәүештә тасурирлана. айырыуса бүләкләү өсөн кәрәкле хеҙмәт мөҙҙәте билдәләнә, шулай уҡ 4-се дәрәжә Изге ордены менән бүләкләнеү өсөн бер алышта булһа ла ҡатнашыу мотлаҡ булыуы раҫлана. Шулай уҡ орден менән бүләкләнеү 4-се дәрәжәнән башланырға тейеш була, әммә ҡағиҙәнән ситләшеү осраҡтары күҙәтелә. Мәҫәлән, генерал Черняев Г. М. Урта Азия походтары өсөн 3-сө дәрәжә ордены менән бүләкләнә, ә адмирал П. С. Нахимов Синоп һуғышында еңгән өсөн 2-се дәрәжә орденына лайыҡ була. Статутҡа һалдаттарҙы бүләкләү өсөн булдырылған «Георгий тәреһе» орденының статьялары индерелә.
Изге Георгий христиан изгеһе булғанға күрә, башҡа дин тотҡан яугирҙар өсөн орден варианты ҡаралған була, унда Изге Георгий урынына Георгий гербы — ике башлы бөркөт — һүрәтләнә. Ордендың бөркөт менән өлгөһө Николай I тарафынан 1844 йылдың 29 авгусында Кавказ һуғышы ваҡытында раҫлана. Ордендың беренсе кавалеры — майор Джам-бәк Кайтагский[4].
1845 йылдан алып тик Изге Владимир һәм Изге Георгий ордендары менән бүләкләнеүселәргә урыҫ дворянлығы хоҡуҡтары бирелә, шул уҡ ваҡытта башҡа ордендар өсөн 1-се дәрәжә ордены менән бүләкләнеү талап ителә. Быға тиклем тыумыштан дворянлыҡ хоҡуғына ниндәй булһа ла орден бирелгән (Польша-Рәсәй орденынан тыш).
1849 йылдан 1885 йылға тиклем Георгий кавалерҙарының исемдәре Мәскәүҙә Ҙур Кремль һарайының Георгий залында мәрмәр таҡтаташтарҙа уйып яҙыла[~ 4].
Ордендың дүрт дәрәжәһе була.
1855 йылдың 15 майындағы указға ярашлы тейешле йылдар хеҙмәт өсөн 4-се дәрәжә орден урынына 4-се дәрәжә Изге Влапдимир ордены бирелә башлай. «Изге Георгий» ордены тик хәрби ҡаҙаныштар өсөн генә бирелә.
1856 йылда «Хәрби орденының отличие билдәһе» (һалдат ордены) өсөн 4 дәрәжә индерелә.
1913 йылда ордендың статуты ҡабаттан үҙгәртелә, уға башлыса өҫтәмә статьялар индерелә һәм ғәскәрҙәр төрҙәре буйынса хәрби ҡаҙаныштарҙың тасуирлауы киңәйтелә. «Хәрби орденының отличие билдәһе» рәсми рәүештә Георгий тәреһе исемен ала. Георгий кавалерҙары өсөн ташламалар киңәйтелә, тейешле йылдар хеҙмәт өсөн билдәләнгән мөҙҙәт ҡыҫҡартыла.
Георгий миҙалдары Георгий тәреһе орденынан һәм башҡа миҙалдарҙың уң яғынан урынлаштырыла.
1917 йылдың 29 июненән алып 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены менән алыш ваҡытында офицер бурастарын үтәгән һалдаттар ғына бүләкләнә башлай. Бындай ордендың таҫмаһы көмөш лавр ботағы менән биҙәлә. Кәм тигәндә ике кеше бүләкләнгән осрағы билдәле, уларҙың береһе — подпоручик И. Е. Фирсов.
Орден дәрәжәләре һәм тағыу ҡағиҙәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Георгий миҙалы 1913 йылдың 10 авгусында 1878 йылда булдырылған «Батырлыҡ өсөн» миҙалы урынына раҫлана һәм Изге Георгий орденына беркетелә. Миҙал түбәнге чиндарға һуғыш һәм тыныс ваҡытта күрһәткән батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ өсөн бирелә.
- 1-се дәрәжә: күкрәктең һул яғында йондоҙ һәм уң яурын аша таҫмала ҙур тәре; йыллыҡ пенсия 700 һум.
- 2-я дәрәжә: күкрәктең һул яғында йондоҙ һәм муйын таҫмаһында ҙур тәре; йыллыҡ пенсия 400 һум.
- 3-сө дәрәжә: муйын таҫмаһында бәләкәй тәре; йыллыҡ пенсия 200 һум.
- 4-се дәрәжә: петлицала йәки ҡалыпта бәләкәй тәре; йыллыҡ пенсия 100 һум.
Георгий тәреһенән айырмалы рәүештә миҙал дошманға ҡаршы күрһәткән батырлыҡтар өсөн граждан кешеләренә лә бирелә ала.
Статуты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Екатерина II-нең Изге Георгий ордены статуты эҙмә-эҙлекле, түбәндән юғарыға, бүләкләүҙе күҙ уңында тотмай. Бик йыш айырым ҡаҙаныштар өсөн юғары дәрәжәләр менән бүләкләәҙәр. Орден яуҙа күрһәткән айырым ҡаҙаныштары, шулай уҡ офицер дәрәжәһендә күрһәткән хеҙмәте өсөн генә — 25 йыл ялан хеҙмәтендә йәки 18 кампания — диңгеҙ (1833 йылдан алып — кәм тигәндә бер һуғышта ҡатнашҡан осраҡта) бирелә[5].
Статутҡа ярашлы, орден кавалерҙарының һаны сикләнмәй, прапорщик чинынан башлап ниндәй булһа ла офицер был наградаға лайыҡ була ала. 1884 йылғы реформанан һуң Рангылар табеле буйынса подпоручик чины иң түбәнге офицер чины булып һанала. Прапорщик чины һуғыш осоро өсөн һаҡланып ҡала, башлыса был чинды офицерҙар етешмәгән саҡта бирәләр. Әгәр прапорщик 4-се дәрәжә Изге Георгийға лайыҡ булһа, ул подпоручик дәрәжәһенә күтәрелә (1913 йылғы Статутта нығытылған).
Бер нисә дәрәжә орден менән бүләкләнеүселәрҙең тик юғары дәрәжәле пенсияға сығыу хоҡуғы була. Кавалер үлгәндән һуң уның тол ҡатыны уның өсөн тағы бер йыл пенсия ала.
Хужаһының вафатынан һуң ордендар Хәрби Коллегияға тапшырыла (1856 йылға тиклем). Орден билдәләрен аҫыл таштар менән биҙәү тыйыла.
Февраль революцияһынан һуң бүләкләүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1917 йылдың 24 июнендә Ваҡытлы хөкүмәт офицерҙарҙы — һалдат Георгий тәреләре, ә һалдаттарҙы Изге Георгий ордены менән бүләкләргә рөхсәт итә. 1917 йылдың 28 июнендә Юғары башкомандующий генерал Брусилов әлеге ҡарарҙы 534-се һанлы бойороҡ менән раҫлай. 1917 йылдың 3 июлендә хәрби министр А. Ф. Керенский тарафынан ошондай уҡ бойороҡ (26-сы) армия һәм флот өсөн иғлан ителә[6].
Граждандар һуғышы осоронда бүләкләүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Берҙәм командованиеның булмауы һәм аҡ армияларҙың тарҡаулығы дөйөм награда системаһының төҙөлмәүенә килтерә. Офицерҙарҙы революцияға тиклемге ордендар менән наградлауға юл ҡуймау тураһында мәсьәләгә берҙәм ҡараш та булмай. 1918 йылдың декабрендә А. В. Колчак Изге Георгий ордены менән бүләкләүҙе тергеҙә. Бүләкләнеүселәр араһында, 1918 йылдың 3 декабрендәге 65-се бойороҡҡа ярашлы, 7-се Чехословакия уҡсылар полкы командиры полковник Эдуард Кадлец беренселәрҙән була[6]. 1919 йылдың 9 февралендәге 30-сы приказ менән офицерҙарҙы бүләкләү һәм офицерҙарҙы лавр ботаҡтары менән Георгий тәреләрен тағып йөрөү, шулай уҡ һалдаттарҙы бүләкләү һәм Ваҡытлы хөкүмәт ҡарарына ярашлы алынған Изге Георгий ордендарын йөрөтөү бөтөрөлә.
Барыһы Көнсығыш фронтында 124 офицер Георгий бүләгенә лайыҡ була, шул иҫәптән 26 кеше — Георгий ҡоралына, 88 — 4-се дәрәжә һәм 10 офицер — 3-сө дәрәжә орденына. Колчак үҙе лә 3-сө дәрәжә Изге Георгий ордены менән наградлана[7].
Бынан тыш, Колчакты атып үлтергәндән һуң Көнсығыш фронтына командалыҡ иткән атаман Семёнов Георгий ҡоралы менән — 15 кешене һәм 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены менән 14 кешене бүләкләй[7]. Төньяҡ өлкәһенең генерал-губернаторы Миллер 1918 йылдың йәйендә үк элекке ордендарҙы тергеҙә, шул иҫәптән Изге Георгий орденын һәм Георгий ҡоралын. Уның бойороҡтарына ярашлы, 35 кеше — Георгий ҡоралына, 29 кеше — 4-се дәрәжә Георгий орденына, шулай уҡ биш инглиз офицеры ла, лайыҡ була[7].
Төньяҡ-Көнбайыш армияһында (уны 1919 йылдың июненән Н. Н. Юденич етәкләй) ике кеше — 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены һәм бер кеше Георгий ҡоралы менән бүләкләнә[7].
Рәсәйҙең Көньяғында, Бөйөк Дон ғәскәре территорияһында, 1918 йылдың май аҙағынан алып элекке ордендар менән бүләкләү таралған була[8], однако случаев награждения орденом Св. Георгия либо Георгиевским оружием в Донской армии выявить не удалось[9]. Иреклеләр армияһында һәм Рәсәй Көньяғының Ҡораллы Көстәре ғәскәрҙәрендә орден бирелмәй. Тик мемуарҙарҙан ғына берҙән-бер осраҡ — француз флотының 3-сө рангы капитаны, Мариуполде обороналаған өсөн Эмиль Мюзельенең (1882—1965) (һуңынан вице-адмирал) бүләкләнеүе тураһында билдәле. 1921 йылдың 9 мартында П. Н. Врангель етәкселегендәге Рус армияһында 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены Сербтар, Хорваттар һәм Словенецтар Короллеге армияһы генералы Стеван Хаджич (1868—1931) — артабан Югославияның беренсе хәрби министры — бүләкләнә.
Һалдат Георгий тәреләре һәм миҙалдарына килгәндә, улар менән аҡтар ғәскәрҙәре биләгән барлыҡ биләмәләрҙә ирекле хеҙмәт итеүсе һалдаттар һәм казактар, унтер-офицерҙар, юнкерҙар, ирекмәндәр һәм шәфҡәт туташтары бүләкләнә[8].
Һалдат Георгий тәреһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1807 йылда түбәнге чиндар өсөн ошо уҡ төҫтәрҙәге таҫмаларҙа төшөрөлгән Хәрби Изге Георгий орденының айырмалыҡ билдәһе раҫлана. Дошманға ҡаршы барған яуҙа күрһәткән айырыуса Хәрби ордендың билдәһенең башҡа төрлө атамалары ла булған: 5-се дәрәжә Георгий тәреһе, һалдат Георгий тәреһе, һалдат Георгийы («Егорий») һәм башҡалар.
1856 йылдан алып дүрт дәрәжә индерелә, бүләкләү ҡәтғи рәүештә түбәнге дәрәжәнән юғары дәрәжәгә тиклем эҙмә-эҙлекле башҡарыла.
1913 йылда Хәрби орден Билдәһенең яңы статуты раҫлана. Уны рәсми рәүештә Георгий тәреһе тип атайҙар, һәм билдәләрҙең һаны ошо ваҡыттан яңынан башлана. Күкрәктә башҡа наградаларҙан уңғараҡ һәм орден билдәләренән һулғараҡ йөрөтөлә.
Георгий ҡоралы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Офицерҙар күрһәткән батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн Алтын ҡорал — шпага, кортик, һуңыраҡ ҡылыс менән бүләкләнә.
Һаулыҡ ҡорал менән тәүге билдәле наградлауҙарҙың береһе Петр I дәүеренә ҡарай. 1720 йылдың 27 июнендә кенәз М. М. Голицын Гренгам утрауы тирәһендә швед эскадраһын ҡыйратҡан өсөн алмаздар менән биҙәлгән Алтын шпагаға лайыҡ була.
Артабан генералдар өсөн гәүһәрле алтын ҡорал һәм офицерҙар өсөн төрлө почет яҙмалары булған гәүһәрһеҙ бриллианттар менән бүләкләүҙәр билдәле.
1807 йылдың 28 сентябрендә Александр I Алтын ҡоралдың «башҡа төрлө айырмалыҡтар билдәләренә» индерелеүе тураһындағы указға ҡул ҡуя[10][Комм. 1].
Георгий миҙалы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Георгий миҙалы 1878 йылда булдырылған «Батырлыҡ өсөн» миҙалы урынына 1913 йылдың 10 авгусында булдырыла һәм Изге Георгий орденына беркетелә. Миҙал хәрби йәки тыныс ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн түбәнге дәрәжәләргә тапшырыла.
Георгий Тәреһенән айырмалы рәүештә, миҙал дошманға ҡаршы һуғышта батырлыҡ күрһәткән граждандарға ла бирелеүе ихтимал булған.
Миҙал, Георгий тәреһе кеүек, дүрт дәрәжәле була, шундай уҡ Георгий таҫмалы ҡалыптарҙа йөрөтөлә. Миҙалдың дәрәжәләре Георгий тәреһе дәрәжәләренән бер ни менән айырылмай: 1-се һәм 2-се дәрәжә миҙалдары алтындан ҡойолһа, 3-сө һәм 4-се дәрәжә миҙалдары — көмөштән; 1-се һәм 3-сө дәрәжә миҙалдары бантлы була.
Башҡа наградалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алыштар өсөн тәреләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Орден статутынан тыш төрлө әһәмиәтле ваҡиғалар һәм еңеүҙәр айҡанлы Изге Георгий ордены атрибутикаһы, башлыса Георгий таҫмаһы, менән иҫтәлекле наградалар булдырыла.
Ордендың үҙенсәлекле «дауамы» булып биш офицер алтын тәреләре тора, улар 1789—1810 йылдарҙа булдырыла. Уларҙы мөһим алыштарҙа ҡатнашҡан. әммә Георгий йәки Владимир орденын алмаған офицерҙарға бирәләр.
Орденды Рәсәй Федерацияһында тергеҙеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй Федерацияһында Изге Георгий ордены 1992 йылда тергеҙелә. 1992 йылдың 2 мартында Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы Указында (2424—I-һанлы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары тураһында»[11] билдәләнә:
…Рәсәй хәрби Изге Георгий орденын һәм «Георгий Тәреһе»н тергеҙергә[11]. |
Әлеге Указ Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы Ҡарары (2557—I-һанлы «Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы Указын раҫлау тураһында») менән 1992 йылдың 20 мартында раҫлана[12].Тергеҙелгән орден статуты тик 2000 йылда барлыҡҡа килә, ә тәүге бүләкләүҙәр 2008 йылда ғына башҡарыла.
Комментарийҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ В ПСЗРИ под знаками отличия понимались «медали, золотые шпаги и сабли, кресты и знаки, шевроны, кафтаны». См.: Знаки отличий 2019 йылдың 5 сентябрь көнөндә архивланған., с. 743. В нормативно-правовых актах Российской империи отсутствуют положения, прямо приравнивающие наградное оружие к ордену
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Комментарийҙар
- ↑ В 1969 году князь Владимир Кириллович возложил на себя знаки ордена Святого Георгия 1-й степени в связи с 200-летием его учреждения, став 26-м и последним на сегодняшний день его кавалером; однако легитимность этого самовозложения оспаривается, а сам Владимир Кириллович в списки кавалеров ордена 1-й степени обычно не вносится.
- ↑ Орден восстановлен Указом Президиума Верховного Совета Российской Федерации «О государственных наградах Российской Федерации» от 2 марта 1992 года № 2424-1; но только Указом Президента Российской Федерации от 8 августа 2000 года № 1463 утверждены статут и описание нового ордена.
- ↑ Высокая порода — подразумевается знатное происхождение или высокий чин. То есть орден может быть вручён любому офицеру, независимо от его титула, социального статуса и происхождения.
- ↑ Последним был отмечен Максуд Алиханов-Аварский, награждённый орденом Св. Георгия 4-й степени 7 декабря 1885 года. Традиция занесения имён георгиевских кавалеров на мраморные доски возрождена в 2008 году. См. фото мраморной доски № 35 из Большого Кремлёвского дворца . Дата обращения: 6 август 2013. Архивировано 13 август 2013 года.
- Сығанаҡтар
- ↑ В. Н. Балязин. Фельдмаршал М. Б. Барклай-де-Толли. Жизнь и полководческая деятельность. — М.: Воениздат, 1990. — ISBN 5-203-00698-9
- ↑ Георгия святого орден // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Статут военного ордена Св. Георгия 1769 года . Дата обращения: 12 апрель 2009. Архивировано 13 май 2010 года.
- ↑ Опрышко О. Л. Кавказская конная дивизия. 1914—1917: Возвращение из забвения. — Нальчик: Эль-Фа, 2007. — 512 с. — ISBN 978-5-88195-873-2
- ↑ Статут Императорского Военного ордена Св. Великомученика и Победоносца Георгия 1892 г. Дата обращения: 12 апрель 2009. Архивировано 18 апрель 2012 года.
- ↑ 6,0 6,1 Военный орден Святого Великомученика и Победоносца Георгия. Именные списки 1769—1920. Биобиблиографический справочник / Отв. составитель В. М. Шабанов. Федеральное архивное агентство. Российский государственный военно-исторический архив (РГВИА). — М.: Русскiй мiръ, 2004. — 992 с.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Рудиченко А. И. Награды императорской России в период Гражданской войны: законодательство, практика награждения, типы и разновидности. — Москва: Collector's Book : Любимая книга, 2007. — 422 с. — (Награды и знаки Гражданской войны, 1917—1922). — ISBN 1-932525-56-4.
- ↑ 8,0 8,1 Кручинин А. Георгиевские награды в Вооружённых Силах Юга России (1919—1920) // Военная быль : военно-исторический журнал. — 1993. — № 4 (133).
- ↑ Мазяркин Г. Н., Селиванов М. С. Георгиевские награды Всевеликого войска Донского // Антиквариат, предметы искусства и коллекционирования : информационный иллюстрированный журнал. — 2005. — № 3 (25).
- ↑ Александр I. О помещении в кавалерский список всех пожалованных за военные подвиги золотыми с надписьми шпагами с алмазными украшениями и без оных // Полное собрание законов Российской империи, с 1649 года. — СПб.: Типография II отделения Собственной Его Императорского Величества канцелярии, 1830. — Т. XXIX. 1806—1807. № 22638. — С. 1295.
- ↑ 11,0 11,1 УКАЗ ПРЕЗИДИУМА ВЕРХОВНОГО СОВЕТА РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ от 2 марта 1992 г. N 2424-1 О ГОСУДАРСТВЕННЫХ НАГРАДАХ РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ | Ордена и медали РОССИИ . www.rusorden.ru. Дата обращения: 28 март 2021. Архивировано 20 июль 2020 года. 2020 йылдың 20 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Постановление Верховного Совета Российской Федерации от 20 марта 1992 года № 2557-I «Об утверждении Указа Президиума Верховного Совета Российской Федерации „О государственных наградах Российской Федерации“» . Дата обращения: 28 март 2021. Архивировано 31 март 2017 года.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Статут императорского военного ордена святого великомученика и победоносца Георгия: издание дополненное по 15 июля 1915 г. — 4-е изд., доп. — Пг.: Тип. Б. Д. Брумера, 1915. — 110, (2) с. Архивная копия на Wayback Machine
- Ҡалып:Книга:Шабанов В. М.: Военный орден Святого Великомученика и Победоносца Георгия
- Дуров В. А. Русские награды XVIII — начала XX в. — М.: Просвещение, 1997. — 160 с. — ISBN 5-09-006711-2
- Дуров В. А. Ордена России. — М.: «Воскресенье», 1993. — 160 с. — ISBN 5-88528-019-3
- Зайцов А. А. Орден святого великомученика и победоносца Георгия : исторический очерк
- Спасский И. Г. Иностранные и русские ордена до 1917 года. — СПб.: Дорваль, 1993. — 196 с. — ISBN 5-8308-0042-X
- Шепелев Л. Е. Титулы, мундиры, ордена в Российской империи. — Л.: «Наука», Ленинградское отделение, 1991. — 224 с. — ISBN 5-02-027196-9
- Мурашев Г. А. Титулы, чины, награды. — СПб.: Полигон, 2001
- Аренс Е. И. Список нижних чинов — Георгиевских кавалеров Гвардейского экипажа со времени его формирования в 1810 году. — СПб.: Тип. М. Д. Ломковского, 1891.— 31 с.
- Исмаилов Э. Э. Золотое оружие с надписью «За храбрость». Списки кавалеров. 1788—1913. — М.: Старая Басманная, 2007. — 544 с. — ISBN 978-5-903473-05-2
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Орден Святого Великомученика и Победоносца Георгия Архивная копия от 5 марта 2013 на Wayback Machine, сайт «Награды Императорской России»
- Георгиевская страница Архивная копия от 26 апреля 2009 на Wayback Machine
- Орден св. Георгия Архивная копия от 23 декабря 2008 на Wayback Machine, статья на сайте За Веру и Верность
- Гололобов Михаил Алексеевич. Под знаком Святого Георгия Архивная копия от 12 февраля 2007 на Wayback Machine
- Валерий Дуров. Русские боевые награды эпохи Отечественной войны 1812 года. Золотое оружие «За храбрость» Архивная копия от 18 мая 2011 на Wayback Machine
- «Орден Святого Георгия» (Евгений Лозовский) 2010 йылдың 28 ноябрь көнөндә архивланған. Архивная копия от 28 ноября 2010 на Wayback Machine
- Современный статут и описание ордена
- Альбом кавалеров ордена св. великомученика и победоносца Георгия и георгиевского оружия. — Белград, 1935. — 198 с.: портр. Архивная копия от 14 января 2019 на Wayback Machine
Ҡалып:Рәсәй империяһы ордендары Ҡалып:Изге Георгий ордены кавалерҙары