Лоскутов Виктор Георгиевич
Гражданлығы | |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Хәрби звание | Майор |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Заты | ир-ат |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Тыуған көнө | 27 сентябрь 1923 |
Һуғыш/алыш | |
Вафат булған урыны | |
Вафат булған көнө | 23 февраль 1970 (46 йәш) |
Тыуған урыны |
Лоскутов Виктор Георгиевич (27 сентябрь 1923 йыл — 23 февраль 1970 йыл) — Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, Тымыҡ океан флоты Хәрби-Һауа көстәренең бомбардировщиктар дивизияһы осоусыһы, майор. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Виктор Георгиевич Лоскутов 1923 йылдың 27 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Яңауыл ҡасабаһында[1] тыуған.
Урыҫ. 1951 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Урта мәктәп тамамлаған.
1941 йылда Башҡорт АССР-ы Яңауыл районы хәрби комиссариаты тарафынан Хәрби-диңгеҙ флоты сафына саҡырыла. 1944 йыл Хәрби-диңгеҙ авиация училищеһын тамамлай.
1944 йылдың майынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында була. Ҡара диңгеҙ һәм Ҡыҙыл Байраҡлы Балтика флотында һуғыша. 1945 йылда совет-япон һуғышында дошман объекттарын бомбаға тотоуҙа батырлыҡ күрһәтә.
1952 йылда Лоскутов Виктор Георгиевич СССР Хәрби-диңгеҙ флоты авиацияһының Юғары офицерҙар осоу-тактик курстарын тамамлай. Хеҙмәтен команда итеү вазифаларында үтә.
1962 йылдан майор В. Г. Лоскутов — запаста. Калининград ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1970 йылдың 23 февралендә вафат була.[2].
Батырлығы
«1945 йылда совет-япон һуғышында ҡатнаша. 34-се яҡындан бомбаға тотоусы авиция полкы летчигы (һөжүм итеүсе бомардировщиктарҙың 10-сы авиация дивизияһы, Тымыҡ океан флотының хәрби-һауа көстәре), комсомол ағзаһы лейтенант Лоскутов Виктор 1 транспортты батыра, бронепоезды, күперҙе, Расин портындағы (Корея Халыҡ-демократик Республикаһы) складтарҙы юҡ итә».
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 14 сентябрендәге Указы менән командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм япон милитаристары менән һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лейтенант Виктор Лоскутовҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7147) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1945)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (14.09.1945)[3].
- Ленин ордены (14.09.1945).
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (30.04.1945)[4].
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (28.08.1945)[5].
- Миҙалдар
Хәтер
- Яңауыл ҡалаһындағы ҡасандыр Герой уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Яңауыл ҡалаһы, Яңауыл районы үҙәге
- ↑ Лоскутов Виктор Георгиевич . «Герои страны» сайты.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: Ҡалып:ЦВМА).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: Ҡалып:ЦВМА).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: Ҡалып:ЦВМА).
Һылтанмалар
- Лоскутов Виктор Георгиевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2019)
Әҙәбиәт
- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Яңауыл районында тыуғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- КПСС ағзалары
- 27 сентябрҙә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- 23 февралдә вафат булғандар
- 1970 йылда вафат булғандар
- Яңауылда тыуғандар
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Совет-япон һуғышында ҡатнашыусылар