Мерзляков Владимир Филиппович

Владимир Филиппович Мерзляков (1949 йылдың 23 марты, Айбүләк, Башҡорт АССР-ы — 2025 йылдың 29 сентябре) — нефтсе-инженер, ғалим, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм йәмәғәтсе. 1987—2005 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (2004), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2000), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энегетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994).

Биографияһы

Мерзляков Владимир Филиппович 1949 йылдың 23 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Яңауыл районы Айбүләк ауылында тыуған[1].

Милләте рус. Юғары белемле — 1972 йылда В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетын (хәҙер Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты) «Геология һәм нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалау» һөнәре буйынса «нефтсе-инженер» квалификацияһы (рус.)баш. алып тамамлаған[2].

Хеҙмәт юлын 1966 йылда Нефтекама ҡалаһында урынлашҡан «Арланнефть» нефть промыслы идаралығында оператор булып башлай. Ҡазан дәүләт университетын тамамлағас, 1972—1974 йылдарҙа саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәре сафында офицер булып хеҙмәт итә[2].

1974—1987 йылдарҙа «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының начальник урынбаҫары, өлкән инженеры, өлкән геологы, фәнни-тикшереү һәм производство цехы начальнигы булып эшләй. 1985 йылда идаралыҡтың партком секретары итеп һайлана[1].

1987—2005 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы (хәҙер яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт) начальнигы.

2005—2007 йылдарҙа — «Геопроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең директор урынбаҫары.

2007—2022 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы.

Хеҙмәт ветераны 2025 йылдың 29 сентябрендә вафат була[3].

Ғилми эшмәкәрлеге

1997 йылда «техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһен ала. Диссертацияһының темаһы: «Скважиналарҙа ремонт-тергеҙеү эштәре технологияларын камиллаштырыу»[4].

2004 йылда, «техник фәндәр докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, «Нефть ятҡылыҡтарын һуңғы стадияла эшкәртеү технологияларын нигеҙләү һәм камиллаштырыу» тигән темаға диссертация яҡлай[5].

Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү менән бәйле. В. Ф. Мерзляков етәкселегендә скважиналарҙа ремонт‑изоляция эштәре, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу индерелә[1]. 18 баҫма эш, шул иҫәптән ике монография (рус.)баш., шулай уҡ ике уйлап табыу һәм нефть сығарыу ысулдарын камиллаштырыуға һәм ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуға йүнәлтелгән ундан ашыу рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы[2].

Ҡайһы бер хеҙмәттәре

  • Геолого‑технологические особенности разработки нефтяных месторождений юго‑запада Башкортостана. М., 1998 (авторҙаш);
  • Капитальный ремонт скважин. Изоляционные работы. Уфа, 2000 (авторҙаш.);
  • Обоснование и совершенствование технологий разработки месторождений с трудноизвлекаемыми запасами. М., 2003.
  • Анализ применения комбинированных вязкоупругих систем на Юкъяунском месторождении / А. Р. Алтынбаев, В. Ф. Мерзляков. Молодой ученый. — 2020. — № 12 (302). — С. 109—111.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 1990 йылда Бәләбәй ҡалаһы 73-сө Приют һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе[1];
  • Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энегетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре[1];
  • Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы отличнигы[3];
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе[1];
  • Приют ауылының почётлы гражданы[3].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 4 5 6 Мерзляков Владимир Филиппович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (13 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026. (баш.)
  2. ↑ 1 2 3 Наши земляки – наша гордость. Мерзляков Владимир Филиппович. Муниципальное автономное учреждение культуры «Центральная межпоселенческая библиотека» муниципального района Белебеевский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026. (рус.)
  3. ↑ 1 2 3 Светлой памяти Владимира Мерзлякова. Газета «Белебеевские известия». Страница в ВК (2 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026. (рус.)
  4. ↑ Совершенствование технологий ремонтно-восстановительных работ в скважинах : автореферат дис. кандидата технических наук. Национальная электронная библиотека (1997). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026. (рус.)
  5. ↑ Обоснование и совершенствование технологий разработки месторождений нефти на поздней стадии. Тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 25.00.17, доктор технических наук Мерзляков, Владимир Филиппович. Сайт «disserCat» — электронная библиотека диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026. (рус.)
  6. ↑ Депутаты Верховного Совета БАССР. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: Китап, 2005. — Т. 2. — 111 с. — ISBN 5-8258-0204-5. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026);
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа: Китап, 1994. — С. 34. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 март 2026).