Первомайский ауыл Советы (Яңауыл районы)

Первомайский ауыл Советы  — Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районындағы муниципаль берәмек

Административ үҙәге — Сусаҙы-Ябалаҡ ауылы

Тарихы

Ауыл биләмәһе статусы һәм сиктәре Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы менән билдәләнә[3].

Первомайский ауыл Советы ауыл биләмәһе территорияһы 1728 гектар тәшкил итә. Шуларҙан 385,13 га тораҡ пункттар сиктәрендә,  уларҙың ситтәрендә   607 га, урман фонды ерҙәрендә 10 гектар[4].

Ауыл биләмәһе составы

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2002[5]2009[5]2010[6]2012[7]2013[8]2014[9]2015[10]
1684158715011447140713631332
2016[11]2017[12]
12991266

Газ менән тәьмин итеү

6 тораҡ пункттан (элекке  Зайцев ауыл советы тораҡ пункттарыһыҙ)  газ селтәре менән Сусаҙы-Ябалаҡ (100 % — яңы төҙөлөш йорттары тыш) һәм Костин (100 %) ауылы тәьмин ителә, урам газ торбаларының оҙонлоғо  4,5 км: Сусаҙы-Ябалаҡта — 2,5 км,  Костин ауылында — 2 км

Ауыл хакимиәте биләмәһендә яҡынса 48 %  йорттар газ менән тәьмин ителә, 315 йорттан   — 165 йортҡа газ индерелмәгән. Тулыһынса газ индереү өсөн тағы 6,6 км газ торбалары үткәреү кәрәк. Ирдуған ауылына тиклем ҡасаба-ара  газ торбаһы һалынған.

«Башжилкоммунпроект» институты Нефтекама проект оҫтаханаһында әҙерләү стадияһында Ирдуған ауылында 68 йортҡа проект- смета документацияһы бар, 2010 йылда был ауылда 1,5 км урам газ торбалар үткәреү тора. 

Һыу менән тәьмин итеү

Тораҡ пункттарҙа үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү ойошторолмаған, файҙаланыу өсөн 11 ҡоҙок бар. Иҫке Сусаҙыбашта бер шишмә төҙөкләндерелгән.

Йыл һайын ауыл халҡы тарафынан Ваня үҙәнен таҙартыу үткәрелә.

Мәғариф

Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр  68 кеше тәшкил итә. Уҡыусылар һәм тәрбиәләнеүселәр — 204.

Сусаҙыбаш- Ябалаҡ һәм Зайцев ауылында урта дөйөм белем биреү мәктәптәре, Иҫке Сусаҙыбаш, Ирдуған, Серауыл ауылдарында  башланғыс мәктәптәр бар. 

Зайцев ауылында балалар баҡсаһы бар. 

Район бюджетында Первомайский ауыл Советы мәғарифына ағымдағы йылда һалынға аҡсаның суммаһы  8 млн. 190 мең. 400 һум тәшкил итә.

Һаулыҡ һаҡлау

Сусаҙы-Ябалаҡ, Иҫке Сусаҙыбаш, Зайцев фельдшер-акушер пункттары бар, хеҙмәткәрҙәр һаны — 3 кеше.

Мәҙәниәт

Сусаҙыбаш-Ябалаҡ ауылында  300 урынлыҡ, Зайцев ауылында 150 урынлыҡ, Иҫке Сусаҙыбаш ауылында 100 урынлыҡ ауыл мәҙәниәт йорттары бар.

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  4. Администрация СП Первомайский сельсовет 2016 йылдың 17 август көнөндә архивланған.
  5. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  6. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 16 май 2013 года.
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
  9. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 10 август 2014 года.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.