Ингрид Бергман
Ингрид Бергман | |
---|---|
Ingrid Bergman | |
| |
Тыуған көнө | 29 август 1915 |
Тыуған урыны | Швеция, Стокгольм |
Вафат көнө | 29 август 1982 (67 йәш) |
Вафат урыны | Бөйөк Британия, Лондон |
Гражданлығы | Швеция |
Һөнәре |
актриса |
Карьераһы | 1934—1982 |
Наградалары | «Оскар» (1945, 1957, 1975) |
IMDb | ID 0000006 |
ingridbergman.com (инг.) | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
И́нгрид Бе́ргман (швед. Ingrid Bergman; 29 августа 1915, Стокгольм, Швеция — 29 август 1982, Лондон, Бөйөк Британия) — швед һәм Америка кино актёры. Америка киносәнғәте институтның «AFI версияһы буйынса 100 йыл эсендә 100 иң бөйөк кино йондоҙҙары» рейтингында 4-се урынды биләй. Өс тапҡыр «Оскар» һәм «Давид ди Донателло» премиялары, дүрт тапҡыр — «Алтын глобус» премияһы, ике тапҡыр — «Эмми» премияһы лауреаты, «Тони» премияһының тәүге лауреаты (1947).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ингрид Бергман 1915 йылдың 29 авгусында Швецияның баш ҡалаһы Стокгольмдә тыуған. Уға 3 йәш тулғас, әсәһе Фридель Генриетта (ҡыҙ фамилияһы — Адлер) һары ауырыуынан үлә, ә тағы ла 10 йылдан һуң атаһы Юстус Самуэль Бергман вафат була. Ҡыҙҙы апаһы тәрбиәгә ала, әммә улда ярты йыл үткәс үлә. Ингрид ағаһы Отто Бергманға күсә, уның ғаиләһендә биш бала булған.
17 йәшендә һынауҙарҙан һуң Стокгольмдәге Король драма театрына ҡабул ителә, әммә фильмдарҙа төшөү мөмкинлеге өсөн бер йылдан һуң унан китергә мәжбүр була. Иң тәүге ролен 1934 йылда Э. Адольфсондың «Мункбру графы» (рус. «Граф из Мункбру»; экрандарға 1935 йылдың ғинуарында сыға) фильмында уйнай. Быға тиклем эпизодик ролдә — сиратын көтөүсе ҡыҙ булып Г. Скуглундтың «Халыҡ-ара» (рус. «Международный»; прокатҡа 1932 йылдың мартында сыға, титрларҙа уның исеме күрһәтелмәй) фильмында төшә. Тиҫтәнән ашыу швед һәм бер немец фильмында төшөп, продюсер Дэвид Селзниктан Голливудҡа «Интермеццо» (1939) фильмының съемкаларына саҡырыу ала.
1940-сы йылдарҙа Михаил Чеховтың мәктәбендә актёрлыҡ оҫталығына уҡый.
1942 йылда үҙенең карьераһындағы иң сағыу һәм билдәле ролдәренең береһе — «Касабланка» фильмында Ильза Ланд ролен башҡара[1].
1945 йылда «Иң яҡшы актриса» номинацияһында «Оскар» премияһын ала.
1949 году Голливудтан китә. Тормош иптәше Петтер Линдстрём менән айырылыша, Италия режиссёры Роберто Росселлиниға кейәүгә сыға һәм уның фильмдарында төшә, театрҙа уйнай һәм өс балаһын — Робертино, Изабелла һәм Изоттаны тәрбиәләй (беренсе никахтан булған ҡыҙы Пиа АҠШ-та атаһы менән бергә йәшәй). Роберто Росселлини менән айырылшҡас, театраль продюсер Ларс Шмидтҡа кейәүгә сыға.
1973 йылда Канн кинофестиваленең жюри рәйесе була[2]. Яҙыусы Ален Берджес менән бергә «Минең тарих» (рус публикацияһында — «Моя жизнь») автобиографияһын яҙа.
9 йыл дауамында түш яман шеше менән яфаланғандан һуң 1982 йылдың 29 авгусында Лондонда вафат була.
Һайланма фильмография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
1939 | ф | Интермеццо | Intermezzo | Анита Хоффман |
1941 | ф | Доктор Джекилл и мистер Хайд | Dr. Jekyll and Mr. Hyde | Иви Петерсон |
1942 | ф | Касабланка | Casablanca | Ильза Лунд (Ласло) |
1943 | ф | По ком звонит колокол | For Whom the Bell Tolls | Мария |
1944 | ф | Газовый свет | Gaslight | Паула Альквист Антон |
1945 | ф | Заворожённый | Spellbound | доктор Констанс Питерсон |
1945 | ф | Колокола Святой Марии | The Bells of Saint Marys | сестра Мэри Бенедикт |
1946 | ф | Дурная слава | Notorious | Алисия Губерман |
1948 | ф | Триумфальная арка | Arch of Triumph | Жоан Маду |
1948 | ф | Жанна д'Арк | Joan of Arc | Жанна д'Арк |
1949 | ф | Под знаком Козерога | Under Capricorn | леди Генриетта Фласки |
1950 | ф | Стромболи, земля Божь | Stromboli, terra di dio | Карин |
1952 | ф | Европа 51 | Europa '51 | Ирен Жирар |
1953 | ф | Путешествие в Италию | Viaggio in Italia | Катерина Джойс |
1953 | ф | Мы — женщины | Siamo donne | камео |
1954 | ф | Страх | La paura | Ирен Вагнер |
1954 | ф | Жанна д'Арк на костре | Giovanna d’Arco al rogo | Жанна д'Арк |
1956 | ф | Анастасия | Anastasia | Анна Корева / Анастасия |
1956 | ф | Елена и мужчины | Elena et les hommes | Елена Сокоровска |
1958 | ф | Милый сэр | Indiscreet | Анна Кальман |
1958 | ф | Постоялый двор шестой степени счастья | The Inn of the Sixth Happiness | Глэдис Эйлуорд |
1961 | ф | Любите ли вы Брамса? | Aimez-vous Brahms? | Паула Тесье |
1963 | тф | Гедда Габлер | Hedda Gabler | Гедда Габлер |
1964 | ф | Визит | The Visit | Клара Цаханассьян |
1964 | ф | Желтый Роллс-Ройс | The Yellow Rolls-Royce | Герда Миллетт |
1969 | ф | Цветок кактуса | Cactus Flower | Стефани Дикинсон |
1974 | ф | Убийство в «Восточном экспрессе» | Murder On The Orient Express | Грета Олссон |
1978 | ф | Осенняя соната | Höstsonaten | Шарлотта Андергаст |
1982 | тф | Женщина по имени Голда | A Woman Called Golda | Голда Меир |
Бүләктәре һәм номинациялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бүләк | Йыл | Категория | Фильм/Постановка[3] | Һөҙөмтә |
---|---|---|---|---|
Оскар | 1944 | Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | По ком звонит колокол | Номинация |
1945 | Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Газовый свет | Еңеү | |
1946 | Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Колокола Святой Марии | Номинация | |
1949 | Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Жанна д’Арк | Номинация | |
1957 | Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Анастасия | Еңеү | |
1975 | Икенсе планда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Убийство в Восточном экспрессе | Еңеү | |
1979 | Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Осенняя соната | Номинация | |
BAFTA | 1959 | Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Постоялый двор шестой степени счастья | Номинация |
1975 | Икенсе планда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Убийство в Восточном экспрессе | Еңеү | |
Алтын глобус | 1945 | Драмала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Газовый свет | Еңеү |
1946 | Драмала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Колокола Святой Марии | Еңеү | |
1957 | Драмала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Анастасия | Еңеү | |
1959 | Комедияла йәки мюзиклда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Милый сэр | Номинация | |
Драмала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Постоялый двор шестой степени счастья | Номинация | ||
1970 | Комедияла йәки мюзиклда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Цветок кактуса | Номинация | |
1979 | Драмала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Осенняя соната | Номинация | |
1983 | Мини-сериалда йәки телефильмда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Женщина по имени Голда | Еңеү | |
Эмми | 1960 | Мини-сериалда йәки фильмда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Звёздное время | Еңеү |
1961 | Мини-сериалда йәки фильмда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | 24 часа из жизни женщины | Номинация | |
1982 | Мини-сериалда йәки фильмда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Женщина по имени Голда | Еңеү | |
Тони | 1947 | Пьесала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле | Жанна из Лотарингии | Еңеү |
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Уның хөрмәтенә роза сорттарының береһе (Rosa 'Ingrid Bergman') аталған[4].
- Киноиндустрия үҫешенә индергән өлөшө өсөн Голливудтың "Дан аллеяһы"ндағы йондоҙға лайыҡ була[5].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ The Official Ingrid Bergman Website 2009 йылдың 30 апрель көнөндә архивланған..
- ↑ Жюри Каннского кинофестиваля 1973 года 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ рус телендә.
- ↑ Описание сорта роз 'Ingrid Bergman ®' на сайте HelpMeFind.com
- ↑ Звезда Ингрид Бергман на Голливудской аллее славы
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бергман, Ингрид; [ Бёрджесс, Алан ]. Моя жизнь / Послесловие В. С. Соловьёва. М.: Радуга, 1988. — 493 с.: илл. — ISBN 0-440-14085-4, ISBN 5-05-002299-1
- Кино: Энциклопедический словарь/Гл. ред. С. И. Юткевич — Москва: Сов. энциклопедия, 1987. — с. 45.
- Спото, Дональд. Ингрид Бергман. Смоленск: Русич, 1998. — 512 с. — ISBN 5-88590-884-2, ISBN 0-06-018702-6 («Женщина-миф»)
- Краснова Г. Ингрид Бергман: От интермеццо до сонаты // Видео-Асс Премьер — Premiere. 1995. № 28. С.40—43.
- Мышкина, Анна. Ингрид Бергман, святая грешница // Караван историй. 1999. Декабрь. С. 26—40.
- Иванова, Александра. Ингрид Бергман: Любовь по правилам и без // Имена. 2007. С.82—94.
- Ингрид Бергман: Девушка с севера: Фотобиография // Gala Биография. 2008. № 8, август. С.132—145.
- Aleksandra Ziółkowska-Boehm: Ingrid Bergman prywatnie, Prószyński i S-ka, Warszawa (2013), ISBN 978-83-7839-518-8
- Aleksandra Ziolkowska-Boehm: Ingrid Bergman and her American Relatives, Lanham, MD: Hamilton Books. The Rowman & Littlefield Publishing Group, (2013), ISBN 978-0-7618-6150-8.
- Вахрамов, Владимир. Лучезарная Ингрид // Новый взгляд : газета. — Москва, 2008. — № 09 (419). — С. 01.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсми сайт 2009 йылдың 30 апрель көнөндә архивланған.
- Ингрид Бергман (инг.) Internet Movie Database сайтта
- Ингрид Бергман (инг.) Internet Broadway Database сайтта
- Ингрид Бергман на сайте peoples.ru
- Ингрид Бергман на портале «Культура»
- 29 августа тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Стокгольмдә тыуғандар
- 29 августа вафат булғандар
- 1982 йылда вафат булғандар
- Лондонда вафат булғандар
- Алфавит буйынса актрисалар
- Швеция актрисалары
- АҠШ кинематографы актрисалары
- «Оскар» премияһы лауреаттары
- BAFTA премияһы лауреаттары
- «Алтын глобус» премияһы лауреаттары
- «Тони» премияһы лауреаттары
- «Сезар» премияһы лауреаттары