Нурмөхәмәтов Айрат Билал улы

Нурмөхәмәтов Айрат Билал улы (рус. Нурмухаметов Айрат Билалович; 29 август 1964 йыл) — фоторәссам. 1985 йылдан «Совет Башҡортостаны» һәм «Башҡортостан» гәзитенең фотохәбәрсеһе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009) һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2013).

Биографияһы

Айрат Билал улы Нурмөхәмәтов 1964 йылдың 29 авгусында Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Иҫке Күл ауылында тыуған.

1982 йылда Өфө полиграфия училищеһын тамамлай һәм үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген йүнәлтмә менән Кострома өлкәһенең Поназаревский районының «За коммунизм» гәзитендә фотохәбәрсе булып башлай.

1985 йылда Өфөгә ҡайта һәм ул саҡтағы «Совет Башҡортостаны» гәзитенә ошо уҡ һөнәре буйынса эшен дауам итә һәм хәҙерге көнгәсә ошо вазифала хеҙмәт һала.

Матбуғат өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн 2009 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[1].

Фотохәбәрсегә «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған замандаштар фотосерияһы өсөн 2013 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы бирелә[2].

undefined

Шәхси күргәҙмәләре

2024 йылдың 20 июнендә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында фоторәссамдың 60 йыллыҡ юбилейына һәм ижадына 40 йыл тулыуына арналған «40 лет в поисках удивительного» тигән күргәҙмә асылды, ул 14 июлгәсә эшләне[3][4][5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009)
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2013)
  • Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы (2009)
  • Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Рәхмәте (2010)
  • Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының 1-се дәрәжә дипломы (2011)
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәте (2021)
  • 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү дирекцияһының Рәхмәт хаты (2021)
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәте (2022)
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең Рәхмәт хаты (2023)
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Почёт грамотаһы (2024)
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2024)
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәте (2024)
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең Рәхмәт хаты (2024)

Иҫкәрмәләр

  1. Указ Президента Республики Башкортостан от 30 июля 2009 г. N УП-480 «О присвоении почётного звания „Заслуженный работник печати и массовой информации Республики Башкортостан" Нурмухаметову А. Б.» Интернет-версия системы «Гарант». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
  2. Айрат Нурмухаметов — Республиканская премия — Лауреаты. Краеведческий проект «Shagit.ru». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
  3. Лейла Аралбаева. В Уфе открылась юбилейная выставка фотокорреспондента Айрата Нурмухаметова. ИА «Башинформ» (20 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
  4. Удивительное рядом! Национальный музей Республики Башкортостан — Официальный сайт (19 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
  5. Лучший снимок ещё впереди. Год за годом, кадр за кадром постигал фотохудожник азы мастерства. Газета «Республика Башкортостан» (21 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.