Мышкин Владимир Александрович
Мышкин Владимир Александрович (29 август 1944 йыл — 22 сентябрь 2018 йыл) — токсиколог-ғалим, хәрби хеҙмәткәр. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—1997 йылдарҙа уҡыу бүлеге начальнигы — хәрби һәм экстремаль медицина кафедраһы начальнигы урынбаҫары. 1998 йылдан — Өфөләге Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек етәксеһе һәм 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Медицина хеҙмәте полковнигы (1987).
Биографияһы
Владимир Александрович Мышкин 1944 йылдың 29 авгусында Тажик ССР-ының баш ҡалаһы Дүшәмбелә тыуған[1].
1961 йылда Өфөнөң 3-сө урта мәктәбен тамамлай һәм ВЛКСМ-дың 15 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә. 1967—1969 йылдарҙа факультет терапияһы кафедраһының клиник ординатураһында уҡый.
Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1969 йылда институттың токсикология уҡытыусыһы булып башлай. 1980 йылдан юғары уҡыу йорто хәрби кафедраһының өлкән уҡытыусыһы. 1987—1997 йылдарҙа йылдан уҡыу-уҡытыу бүлеге начальнигы — хәрби һәм экстремаль медицина кафедраһы начальнигы урынбаҫары.
1998 йылдан — Өфөләге Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек етәксеһе һәм 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. МЫШКИН Владимир Александрович (Тикшерелеү көнө: 3 сентябрь 2024)
Һылтанмалар
- МЫШКИН Владимир Александрович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2024.
- МЫШКИН ВЛАДИМИР АЛЕКСАНДРОВИЧ. НЕКРОЛОГ. file:///C:/Users/ANuretdinov.RUW/Downloads/161-190-1-SM.pdf