Абакумов Глеб Арсентьевич
Абакумов Глеб Арсентьевич[1] (30 сентябрь 1937 йыл, Ядрин — 29 август 2019 йыл, Түбәнге Новгород) — ғалим-химик. СССР (1987) һәм Рәсәй (1991) Фәндәр академияларының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2000), Химия фәндәре докторы (1976), профессор (1980).
Биографияһы
Глеб Арсентьевич Абакумов 1962 йылда Н. И. Лобачевский исемендәге Горький дәүләт университетының (ГДУ) химия факультетын тамамлай. 1962 йылдан ошонда уҡ, 1964 йылдан СССР Фәндәр академияһының тотороҡландырыусы полимерҙар лабораторияһында, 1968—1988 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Химия институтында эшләй. Г. А. Разуваев исемендәге Рәсәй Фәндәр академияһының металлоорганик химияһы институты директоры, 2016—2019 йылдарҙа — институттың ғилми етәксеһе.
Фәнни эшмәкәрлеге
Хеҙмәттәре ирекле радикалдар, металлорганик һәм комплекслы ҡушылмалар химияһы буйынса. Ирекле радикаль лигандалар менән комплекслы тоташмалар химияһы проблемаһы менән шөғөлләнә. Беренсе тапҡыр Льюис кислоталары булған тотороҡло нитроксиль радикалдарҙың комплекслы барлыҡҡа килеүен асыҡлай. Шыйыҡ фазала ирекле ариль радикалдарҙы генерациялау ысулын эшләй. Синтезды башҡара һәм яңы класлы матдәләр төҙөлөшөн һәм үҙенсәлектәрен тикшерә. Радикаль металл комплекстары нигеҙендә антифрикцион һәм яҡтылык һиҙеү композициялары бирелә.
Баҫмалары
Рәсәй һәм халыҡ-ара үҙәк ғилми журналдарҙа 350-гә яҡын баҫма авторы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Агеенко Ф. Л. Абакумов Глеб // Словарь собственных имён русского языка. Ударение. Произношение. Словоизменение. — М.: Мир и Образование; Оникс, 2010. — С. 53. — 880 с. — ISBN 5-94666-588-X, 978-5-94666-588-9.
Һылтанмалар
- Профиль Глеба Арсентьевича Абакумова РФА рәсми сайтында
- Абакумов Глеб Арсентьевич. Информационная система «Архивы Российской академии наук».
- Статья в чувашской энциклопедии Н. С. Головина.