Баймиев Алексей Хәниф улы

Алексей Ханифович Баймиев (1971 йылдың 23 апреле, Түбәнге Балтас, Башҡорт АССР-ы) — молекуляр биолог-ғалим. 2015 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Биохимия һәм генетика институтының лаборатория мөдире. Биология фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2021).

Биографияһы

Алексей Ханифович Баймиев 1971 йылдың 23 апрелендә Башҡорт АССР-ының Тәтешле районы Түбәнге Балтас ауылында тыуған[2]. Милләтеудмурт.

1993 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Биохимия һәм генетика институтында эшләй башлай: 2003 йылдан алып — өлкән, 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 2006 йылдан башлап — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, 2008 йылдан алып — Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта[2].

Фәнни эшмәкәрлеге ризобияларҙың биологик күп төрлөлөгөн һәм филогенияһын, бүлбе бактерияларының ҡуҙаҡлылар менән үҙ-ара тәьҫир итешеүенең молекуляр нигеҙҙәрен өйрәнеүгә арналған. А. Х. Баймиев 26 төр ҡуҙаҡлыларҙа углевод бәйләүсе лектиндарҙың эҙмә эҙлелеген кодҡа һалыусы ген участкаларын клонлаштыра һәм секвенирлай; бер үк ризобиялар менән симбиозға инеүсе үҫемлектәрҙә структураһы менән углевод бәйләүсе эҙмә-эҙлелеккә һәм үҙенсәлектәре менән ябай шәкәрҙәргә оҡшаш лектиндарҙың булыуын, гибрид лектиндарҙың ҡуҙаҡлыларҙың киҫешеүле инокуляцияһы даирәһен киңәйтеү һәләтен асыҡлай[2].

А. Х. Баймиев — 98 фәнни хеҙмәт авторы, шулай уҡ ул ике халыҡ-ара уйлап табыу патентына эйә[2]

Төп ғилми хеҙмәттәре:

  • Влияние природных и гибридных лектинов на взаимодействие бобовых растений с ризобиями //Прикладная биохимия и микробиология. 2008. Т.44. № 6 (авторҙаш);
  • Симбиотические реакции корней облепихи, трансгенных по гену лектина гороха посевного //Физиология растений. 2010. Т.57. № 1 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2021)[3][4]
  • Рәсәй Фәндәр академияһы биология фәндәре бүлегенең Рәхмәт хаты (2007)

Иҫкәрмәләр

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 1 2 3 4 Баймиев Алексей Хәниф улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2025.
  3. Указ Главы Республики Башкортостан от 3 декабря 2021 г. N УГ-696 "О награждении Почетной грамотой Республики Башкортостан". Система Гарант. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2025.
  4. Поздравляем сотрудников УФИЦ РАН с вручением Государственной премии Республики Башкортостан в области науки и техники 2021 года. Федеральное государственное бюджетное научное учреждение Уфимский федеральный исследовательский центр Российской академии наук. Официальный сайт (29 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2025.