Түбәнге Ғәле

Түбәнге Ғәле (рус. Нижнегалеево) — Башҡортостандың Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2 кеше[2]. Почта индексы — 453692, ОКАТО коды — 80227810005.

Тарихы

1816 йылғы VII рәүиз үткәрелеү мәленә йорт старшинаһы Аралбай Ласынов командаһына Үҫәргән ырыуы ауылдары Ғәле һәм Килсенбай инә. 49 йәшлек Аралбай Ласынов ғаиләһе менән Ғәле ауылында йәшәй. Ике ҡатынынан (48 йәшлек Рыҫбикә, 44 йәшлек Зәғифә) улдары: 6 йәшлек Мырҙа һәм 5 йәшлек Ҡотлоғәлләм һәм 5 ҡыҙы була. Был рәүиз материалдарында ауылдағы 40 ихатала 430 башҡорт (213 ир-егет һәм 217 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе теркәлә. 1866 йылғы рәүиз документтарында ауыл Ҡайраҡлы-Тамаҡ, Ласынов булараҡ теркәлә.Шулай уҡ 78 ихатала 223 ир-егет һәм 185 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе теркәлә[3]

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 92 39 53 42,4 57,6
1959 йыл 15 ғинуар 73 28 45 38,4 61,6
1970 йыл 15 ғинуар 36 19 17 52,8 47,2
1979 йыл 17 ғинуар 21 10 11 47,6 52,4
1989 йыл 12 ғинуар - - -
2002 йыл 9 октябрь 2 - 2 100,0
2010 йыл 14 октябрь 2 - 2 100,0

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр): 80 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Үрге Ғәле): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 120 км

Сығанаҡтар