Атанғолова Әлифә Ҡотой ҡыҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 20 июнь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (104 йәш)
Һөнәр төрө уҡытыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған урыны
Эш урыны

Атанғолова Әлифә Ҡотой ҡыҙы — «Хеҙмәт батырлығы өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» ордендары менән бүләкләнеүсе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлифә Ҡотой ҡыҙы Атанғолова 1920 йылдың 20 июнендә Йылайыр районы Һабыр ауылында тыуған. 1929—1936 йылдарҙа Һабыр ете йыллыҡ мәктәбендә башланғыс белем ала.

Темәс педагогия училищеһында 1936—1939 йылдарҙа уҡый. 1949—1955 йылдарҙа Өфө уҡытыусылар әҙерләү институтында уҡып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тигән диплом ала.

1939 йылдың 1 сентябренән 1940 йылдың 1 июненә тиклем Ҡаҙырша ауылында уҡыта. 1940 йылдың 1 сентябренән 1943 йылдың 1 сентябренә тиклем Һабыр ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта, уҡытыу-тәрбиә мөдире лә һәм директор ҙа булып эшләй. 1943—1944 йылдарҙа Матрай РОНО-һында кабинет мөдире вазифаһында эшләй. 1944—1946 йылдарҙа яңынан Һабыр ете йыллыҡ мәктәбе директоры итеп ҡуйыла. 1946 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]