Бағышаева Зарина Урал ҡыҙы

Бағышаева Зарина Урал ҡыҙы (Назырова, 13 ноябрь 1990 йыл) — шағирә, уҡытыусы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2014).

undefined

Биографияһы

Зарина Урал ҡыҙы Бағышаева 1990 йылдың 13 ноябрендә Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының Йылайыр районы Һабыр ауылында тыуған[1].

Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай (2013)[2]. Вузда уҡыу йылдарында Мостай Кәрим[3], М. Аҡмулла, Башҡортостан Республикаһы Президенты[4] премиялары стипендиаты була. Уҡыуҙағы айырым ҡаҙаныштары өсөн 2016 йылда М. Кәрим исемендәге грант яулай.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — 2024» XXIX Төбәк-ара конкурсы лауреаты. Финанс университетының Өфө филиалында уҡыта[1].

Ижады

Мәктәп йылдарынан шиғырҙар яҙа. «Тамсы йыры» (2006), «Яҙ бүләге» (2012), «Әсәй ҡабыҙған йондоҙ» шиғырҙар йыйынтығы авторы. «Аманат» балалар-үҫмерҙәр журналы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикалары Яҙыусылар берлеге ағзаһы[1]. Кристина Андрианова-Книга тәржемәһендә шиғырҙары "Литературная газета"ла баҫыла (2024)[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — 2024» XXIX Төбәк-ара конкурсы лауреаты (2024).
• «Серебряная ГаZета» Бөтә Рәсәй Эшлекле журналистика конкурсының «Дебют» номинацияһы еңеүсеһе (2021)[6].