Ҡужабәков Сәлихйән Хаммат улы
Ҡужабәков Сәлихйән Хаммат улы (1908 йыл (башҡа сығанаҡтар буйынса 1909[1]) — 21 март 1980 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия ҡыҙылармеецы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы миномет батареяһы снарядсыһы.
Биографияһы
Сәлихйән Хаммат улы Ҡужабәков 1908 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1909 йылда) Башҡортостандың Хәйбулла районы (хәҙер Йылайыр районы) Һабыр) ауылында тыуған. 1942 йылда Башҡорт АССР-ының Матрай районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла[1] һәм һуғышҡа инә. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән утлы юлдарҙан башынан аҙағынаса үтә. 58-се гвардия кавалерия полкы миномет батареяһының снарядсыһы[1] була, йәғни ҡыҙыу алыштарҙа ҡатнаша. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн бер нисә хәрби миҙалдар менән бүләкләнә. 1945 йылдың сентябрендә (башҡа сығанаҡтар буйынса 1946 йылда[2]) демобилизациялана һәм тыуған яҡтарына ҡайта[1].
Йылайыр районы Һабыр ауылында 1980 йылдың 21 мартында вафат була һәм ауыл зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945)
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы (1945)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[1]
- Юбилей миҙалдары
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. КУЖАБЕКОВ Салихьян Хамматович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Кужабеков Салихьян Хамматович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Ветераны Зилаирского р-на Республики Башкортостан