Валявин Геннадий Георгиевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Тыуған көнө 25 декабрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1]
Гражданлығы
Заты ир-ат
Эш урыны
Уҡыу йорто
Ғилми исеме уйлап табыусы[d]
Вафат булған көнө 16 октябрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] (78 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
"СССР-ҙың уйлап табыусыһы" күкрәк билдәһе
Вафат булған урыны
Һөнәр төрө инженер-технолог, нефть эшкәртеү
Тыуған урыны

Валявин Геннадий Георгиевич (25 декабрь 1938 йыл — 16 октябрь 2017 йыл) — инженер-технолог. Техник фәндәр докторы (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1996), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1979)[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Геннадий Георгиевич Валявин 1938 йыл дың 25 декабрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Йылайыр ауылында тыуа. 1966 йылда Өфө нефть институтының технология факультетын тамамлай.

1966 йылда нефть химияһы эшкәртеү проблемалары институтында (ИПНХП) эшләй: кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1976 йылдан лаборатория мөдире. 1978—1987 һәм 1994—2000 йылдарҙа бүлек мөдире, 1987—1994 директор урынбаҫары вазифаһын башҡара.

2000 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты нефть һәм газ технологияһы кафедраһының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре.

1986 йылда «техник фәндәр докторы» ғилми исеменә дәғүә итеп, «Закономерности физико-химических явлений в нефтяных дисперсных системах и схемы глубокой переработки нефти на базе термических процессов» темаһына диссертация яҡлай.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эшмәкәрлеге төрлө нефть сеймалының термик әүерелештәре кинетикаһын һәм механизмын, юғары температураға еткерелгән нефть системаларының физик-химик механикаһын өйрәнеүгә арналған. Валявин ҡатнашлығында анизотропик структуралы коксты сәнәғәттә етештереү технологияһы эшләнгән, ул Яңы Өфө һәм Красноводск (Төркмәнстан) НЭЗ‑дарында индерелгән; 21 яйлатып кокслаштырыу ҡоролмаһы төҙөлгән һәм үҙгәртеп ҡоролған (Ангарск, Атырау, Баҡы, Фирғәнә һ.б. ҡалалар), БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендәге нефть эшкәртеү заводтарында термик крекинг һәм висбрекинг процестары индерелгән[2]

Валявин етәкселегендә Рәсәй Федерацияһында тәүге тапҡыр нефть эшкәртеү тәрәнлеген 95 %‑ҡа еткергән яйлатып кокслаштырыу технологияһы эшләнгән һәм «Уфанефтехим» ААЙ‑нда индерелгән.

350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 85 уйлап табыу авторы.

СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1979).

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Физико-химические особенности термолиза сложных углеводородных систем. Эксперимент. Теория. Технология [Текст] = Physico-chtvical features of pyrolysis of hydrocarbon complex systems. Experiment, theory, engineering / Г. Г. Валявин, М. Ю. Доломатов, А. И. Ылясов, Н. Ф. Юрченко; под редакцией д.х.н., проф. Доломатова М. Ю. — Санкт-Петербург : Недра, 2017. — 350 с. : ил., табл.; 21 см; ISBN 978-5-905153-92-1: 1000 экз.
  • Современные и перспективные термолитические процессы глубокой переработки нефтяного сырья [Текст] : научное издание / Г. Г. Валявин [и др.]; ред. С. А. Ахметов ; УГНТУ, каф. ТНГ, НИЧ. — СПб. : Недра, 2010. — 224 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе
  • СССР-ҙың уйлап табыусыһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]