Йомағужа мәктәбе (Йылайыр районы)
Йомағужа мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы Ҡәнзәфәр ауыл Советына ҡараған Йомағужа ауылында урынлашҡан уҡыу йорто.
Тарихы
Йомағужа ауылында мосолман мәктәбе 1835 йылда асыла. Мәктәп-мәҙрәсә 1925 йылға тиклем эшләй. Мәсеттең иҫке бинаһында уҡығандар, бер үк ваҡытта дини белем дә биргәндәр. Был осорҙа Хәсәнов Шәрәфетдин уҡыта.
1924 йылда башланғыс мәктәп асыла, ете йыллыҡ итеп 1939 йылда үҙгәртеп ҡорола (ЦГИА РБ. Фонд Р-798, Оп. З, Д.2274, ЛЛ 1-5).
1959 йылда 7 йыллыҡ мәктәп нигеҙендә һигеҙ йыллыҡ мәктәп асыла. Уҡыусылар айырым урынлашҡан 4 бәләкәй бинала белем алды. Һәр бина 2 — 3 бәләкәй класс бүлмәһенән тора.
1974 йылда яңы бина төҙөлгәс, урта дөйөм белем биреү мәктәбенә үҙгәртелә. Яңы мәктәп 2009 йылда төҙөлә бөтә[1][2]
Етәкселәре
- Иҫәнтаев Әхәт Шәрифулла улы
- Хәйбуллин Сәмиғулла (Ейәнсура районынан),
- Йәнғәлин Муса (Ейәнсура районынан)
- Ғәйетҡолова Хәҙисә
- Солтангәрәев Сәйфулла(1943 — 1944г)
- Рәмов Абдулла Әбделвәли улы (1945 — 1949г)
- Мөхәмәтйәнов Тәлғәт Хөсәйен улы (1950—1954)
- Хәмитов Хәйбулла (1954—1957)
- Мәхийәнов Мәхмүтйән Хәлиулла улы (1957—1966)
- Аҡҡужин Дәүләтша Зәйнулла улы (1966—1978)
- Хәмитов Камил Ғәлимйән улы (1978—1980)
- Аллабирҙин Рауил Сәйфулла улы (1980—1982) — ҡара:Һабыр мәктәбе
- Ҡасҡынов Рауил Ҡыяметдин улы (1982, сентябрь)
- Юнысбаев Фәүҡәт Мөхәмәҙи улы (1982—1988)
- Ғәниев Айбулат Ғәйнулла улы (1988—1995)
- Ҡотоева Йәмилә Ибраһим ҡыҙы (1995—2002)
- Мортаева Роза Алла ҡыҙы (2002—2009)
- Әбделмәнова Венера Ғәли ҡыҙы (2009—2011)
- Йомағолова Гөлнур Рамаҙан ҡыҙы (2011—2016)
- Һөйөндөков Р. К. (2016, сентябрь — октябрь)
- Асаинов А. Ш. (2016, ноябрь — 2019)
- Ғәниев А. Г. (2019—2020)
- Буканов Илнур Илдар улы (2020 йылдан)
- Музафаров Салауат Йәнғәле улы
Уҡытыусылары
- Ыласынов Нотфулла (Аралбай ауылынан)
- Хәйбуллин Мансур (Баймаҡ районынан)
- Исламғолов Хәсән (Яңы Яҡуп ауылынан)
- Аҡҡужина Сәкина Ильяс ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Аҡҡужина Фәрихә Ғәтиәт ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Аҡҡужина Фатиха Фәтих ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Атанбаева Минзилә Шамсетдин ҡыҙы — тәрбиәсе
- Булатова Зөлфия Әхмәтзыя ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Вәхитова Ғилмия Дәүләткирәй ҡыҙы — тәрбиәсе
- Ғәниева Зөһрә Мөким ҡыҙы — сит тел уҡытыусыһы
- Иҫәнбаева Мөнирә Марат ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Таһирова Зөлфирә Рауил ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Шәһиғәлина Айгул Вәхит ҡыҙы — физкультура уҡытыусыһы
- Йомағолова Гөлнур Рамаҙан ҡыҙы — химия һәм биология уҡытыусыһы
- Мозафаров Салауат Йәнғәли улы — педагог-ойоштороусы[3]
Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
Мәктәпте тамамлап, башҡа мәктәптәрҙә эшләүсе уҡыусылары
Мәктәптең ҡаҙаныштары
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сығанаҡтар
- Мәктәп сайты Муниципальное общеобразовательное автономное учреждение"Средняя общеобразовательная школа д. Юмагужино" муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан 2022 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
- Йомағужа мәктәбе (Йылайыр районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.