Георгий Андреевич хеҙмәт иткән 149-се айырым уҡсылар бригадаһы Сталинград һуғышында ҡатнаша һәм полковник Горохов төркөмөндә билдәлелек яулай. 1942 йылдың 31 авгусында бригада дошманға Сталинградтың төньяғында Рыно́к — Спартаковка участкаһындағы Волгаға инеп үтергә ирек бирмәй һуғыштар алып бара[6].
1942 йылдың 13 октябрендә Сталинград ҡалаһының Завод районында барған һуғышта Георгий Андреевич 45 мм-лы пушкаһын ышыҡтан сығара һәм һөжүм итеүсе танктарға ут аса. Төҙ ут асып ике танкты ҡыйрата. Дошмандың яуап уты менән орудиеның тәгәрмәсе айырыла һәм пушканың ярты ҡалҡаны емерелә. Орудие расчеты һәләк була, ә тоҫҡаусы яралана. Хачин орудиены ҡора һәм атып, тағы бер танкты сафтан сығара. Немецтың сираттағы атыуынан һуң пушканың ҡалҡаны бөтөнләй ҡыйрала һәм сәплеге айырыла. Георгий Андреевич кәбәк аша тоҫҡап, орудиены ҡора һәм дүртенсе тапҡыр атып ебәрә, дүртенсе танк сафтан сыға. Бынан һуң дошман орудиены бөтөнләй ҡыйрата. Өлкән сержант Хачин дошманға ҡаршы тороу участогын ташлап китмәй, ә яугирҙәрҙе йыйып, оборона ойоштора. Һуғыш көнө буйы бара, һәм тик төндә генә, 149-се айырым уҡсылар бригадаһының подполковнигы В. А. Болвинов бойороғо буйынса, Георгий Андреевич етәкселегендәге ҡыҙылармеецтар ҡоралдары менән биләгән участокты ҡалдыралар һәм ҡамауҙан сығалар. Был алыш өсөн өлкән сержант Г. А. Хачин «Советтар Союзы Геройы» исеменә тәҡдим ителә[1].
14 октябрҙә дошмандың танктары менән алышта өлкән сержант Г. А. Хачиндың артиллерия расчеты өс танкты һәм ун ете һалдатты юҡ итә. Был һуғыш өсөн Георгий Андреевич II дәрәжә Ватан һуғышы орденына тәҡдим ителә, ә 1942 йылдың 3 декабрендә I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2].
↑Книга:Сталинградская битва: энциклопедия|162|часть=Группа полковника С. Ф. Горохова
↑ 12Н. Шек.Запомним это имя (билдәһеҙ). «Ленинский путь» (1985 год). Костанай и костанайцы (10 декабрь 2013). Дата обращения: 20 март 2016. Архивировано 29 март 2016 года.
↑Хельча Исмаилова.Георгий Андреевич Хачин (билдәһеҙ). «Время» вспомнить. Время.kz (13 май 2015). Дата обращения: 26 март 2016. Архивировано 29 март 2016 года.
↑Жизнь во славу Отечества (билдәһеҙ). Средняя общеобразовательная школа села Кананикольское. Дата обращения: 26 март 2016. Архивировано 29 март 2016 года.