Йылайыр (Урман Йылайыры)
Йылайыр (Урман Йылайыры) — Башҡортостандағы йылға. Һаҡмар йылғаның уң ҡушылдығы.
География
Йылайыр районы Ҡыҙыл Ҡушаҡ утарынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Уралтау һыртының көньяҡ битләүендә башлана. Йылайыр һәм Хәйбулла райондары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға. Һаҡмарға ҡоя. Ҡар һыуы менән туйына. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 2,5 м³/с. Йылайыр ауылы эргәһендә һыуһаҡлағыс төҙөлгән.
Йылайыр йылғаһының оҙонлоғо 158 км, бассейнының майҙаны 1210 км².
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Урал бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы инешенән Оло Эйек йылғаһына һыуҙарын ҡойғанға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө)[2]
Иҫкәрмәләр
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ «Зилаир (Урман-Зилаир)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
Сығанаҡтар
- В статье использована информация, предоставленная Федеральным агентством водных ресурсов из перечня водных объектов, зарегистрированных в государственном водном реестре по состоянию на 29.03.2009. Перечень (rar-архив, 3,21 Мб).
- Загорский В. А., тәржемә=Күсеев А. Н. Йылайыр (Урман Йылайыры) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
- В статье использована информация, предоставленная Федеральным агентством водных ресурсов из перечня водных объектов, зарегистрированных в государственном водном реестре по состоянию на 29.03.2009. Перечень (rar-архив, 3,21 Мб).