Тор (Нөгөш ҡушылдығы)

Тор — Рәсәйҙәге йылға, Башҡортостандың Ишембай, Мәләүез райондары биләмәләрендә аға. Йылғаның оҙонлоғо — 54 км, һыу йыйыу бассейны майҙаны — 445км²[2].

Географияһы

Баш-Алатау һыртының көнбайыш битләүендә, Артмаҡ тауынан 4 км төньяҡтараҡ баш ала. Нөгөш йылғаһының уң ярына тамағынан 5 км алыҫлыҡта барып ҡоя.

Йылға буйында Воскресенское һәм Верхотор урынлашҡан.

Тарихы

undefined
undefined

XVIII быуат аҙағында йылғаның үрге ағымында бер нисә торама һәм Воскресенка баҡыр иретеү заводынан (хәҙерге Верхотор) торған урыҫ колонияһы барлыҡҡа килгән. Йылғала быуалар төҙөлгән, хәҙер Верхотор менән Воскресенскийҙа һыуһаҡлағыстар, Кузнецовский утары янында быуаһы бар.

Этимологияһы

Удмуртия топоним белгесе Калинина Л. И. йылғаның исемен, ихтимал, хант телендәге сор (күл) тигән һүҙҙән килеп сыҡҡандыр, тип яҙа[3]. Мәгәр башҡорт ғалимдары этимологияһы асыҡ түгел тигән һығымта яһай[4].

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры ҡарап мәғлүмәттәре буйынса Кама һыу бассейны округы, йылға бассейны — Кама, бәлкәй йылға бассейны — Ағиҙел, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы башынан Арский ташы[2] һыу үлсәү посына тиклем

Ҡушылдыҡтары

(тамағынан алып алыҫлығы)

Иҫкәрмәләр

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 1 2 «Тор» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. О географическом термине тор и его вариантах // Вопросы финно-угорского языкознания. Ижевск, 1967. Вып. 4. С. 109—113
  4. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан//Ф. Г. Хисамитдинова, З. А. Сиразитдинов и др. Уфа, 2005

Категориялар