Баскаков Анатолий Михайлович
Баскаков Анатолий Михайлович | |
---|---|
Тыуған көнө | 18 сентябрь 1939 |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Крепостной Йылайыр ауылы |
Вафат көнө | 16 октябрь 2010 (71 йәш) |
Вафат урыны | Силәбе ҡалаһы |
Ил |
СССР Рәсәй Федерацияһы |
Ғилми даирәһе | педагогика, психология |
Эшләгән урыны | Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһы |
Альма-матер | Магнитогорск дәүләт педагогия институты |
Ғилми дәрәжәһе | фән докторы[d][1] (2000) |
Ғилми исеме | профессор (2001) |
Награда һәм премиялары | (1974) |
Баскаков Анатолий Михайлович (18 сентябрь 1939 йыл — 16 октябрь 2010 йыл) — педагог-ғалим, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1986–1999 йылдарҙа хәҙерге Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтының педагогика һәм психология кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (2001). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1978), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Анатолий Михайлович Баскаков 1939 йылдың 18 сентябрендә Башҡорт АССР-ының[2] Баймаҡ районы Крепостной Йылайыр ауылында тыуған[3].
1957 йылда хеҙмәт хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙ районында башланғыс мәктәп уҡытыусыһы булып башлай[4].
1958—1961 йылдарҙа саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була[4].
Запасҡа ҡайтарылғандан һуң Магнитогорск дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә һәм уны 1965 йылда отличие менән тамамлай[4]. Артабан Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ ҡалаһындағы эшсе йәштәр мәктәбендә уҡытыусыһы булып эшләй[3].
1966 йылдан Ҡытау-Ивановка һәм Силәбе ҡалаларында комсомол һәм партия органдарында яуаплы вазифалар башҡара.
1982 йылда, «педагогия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, диссертация яҡлай.
1984 йылдан Силәбе дәүләт мәҙәниәт институты уҡытыусыһы, 1986–1999 йылдарҙа педагогика һәм психология кафедраһы мөдире.
1995 йылда Санкт-Петербургта Халыҡ-ара психология фәндәре академияһын тамамлай.
1999 йылда «Формирование культуры управленческого общения у руководителей и учителей общеобразовательных школ: Теория и практика» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[5].
2000—2009 йылдарҙа Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының Педагогик тикшеренеүҙәр институты директоры[4]. 2001—2009 йылдарҙа — «Вестник Института педагогических исследований ЧГАКИ» журналының баш мөхәррире[6].
Педагог-ғалим 2010 йылдың 16 октябрендә Силәбе ҡалаһында вафат була.
Фәнни хеҙмәттәре һәм китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Педагогические основы управленческого общения: теория и практика. Челябинск, 1997;
- Культура педагогического общения. Челябинск, 2001;
- Педагогическая психология управления профессиональным образованием. Челябинск, 2005.
- Педагогика: учебное пособие для вузов культуры и искусств / Баскаков А. М. ; Федеральное гос. образовательное учреждение высш. проф. образования «Челябинская гос. акад. культуры и искусств», Ин-т пед. исслед. - Челябинск : Челябинская гос. акад. культуры и искусств, 2007. - 243 с.; 21 см.; ISBN 5-94839-129-9
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Почёт Билдәһе» ордены (1974)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
- К. Д. Ушинский миҙалы (2008)
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1978)
- Рәсәй Мәғариф министрлығының ике Почёт грамотаһы (1998, 2004)
- Силәбе өлкәһе губернаторы премияһы
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2011 йылдың 13 октябрендә Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында Анатолий Михайлович Баскаков иҫтәлегенә арналған осрашыу үткәрелде[6][7].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 3,0 3,1 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. БАСКАКОВ Анатолий Михайлович (Тикшерелеү көнө: 20 сентябрь 2024)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 В. А. Немкин. Мой учитель (к 70-летию А. М. Баскакова). ВЕСТНИК Челябинской государственной академии культуры и искусств. 2009 год, № 3 (19) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2024)
- ↑ Формирование культуры управленческого общения у руководителей и учителей общеобразовательных школ: Теория и практика. Тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 13.00.01, доктор педагогических наук Баскаков, Анатолий Михайлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2024)
- ↑ 6,0 6,1 В ЧГАКИ почтят память ведущего профессора Анатолия Баскакова. Сетевое издание «74.ру». 12 октября 2011 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2024)
- ↑ Мария Беляева. ЧГАКИ: в академии прошла встреча, посвящённая памяти Анатолия Баскакова. Аргументы и факты: Челябинск - chel.aif.ru, 14 октября 2011 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2024)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. БАСКАКОВ Анатолий Михайлович (Тикшерелеү көнө: 20 сентябрь 2024)
- В. А. Немкин. Мой учитель (к 70-летию А. М. Баскакова). ВЕСТНИК Челябинской государственной академии культуры и искусств. 2009 год, № 3 (19) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2024)
- Баскаков Анатолий Михайлович. Биобиблиографический указатель / Федер. гос. образоват. учреждение проф. образования Челяб. гос. акад. культуры и искусств"; [сост.: И.Ю. Матвеева и др.]. — Челябинск : Челябинская государственная академия культуры и искусств, 2007. — 71 с., [10] л. ил.; 21. — (Академия культуры и искусств: ведущие ученые, педагоги, творцы); ISBN 5-94839-110-8. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2024)