Кананикольск заводы
Кананикольск заводы | |
Нигеҙләү датаһы | 1751 |
---|---|
Дәүләт | |
Тармаҡ | Металлургия |
Урынлашыу | |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1871 |
Кананикольск баҡыр иретеү заводы — 1751 йылда Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Мосоловтар тарафынан төҙөлгән завод.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1751 йылда Мосоловтар Ҡана йылғаһы буйында Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Кананикольск баҡыр иретеү заводына нигеҙ һала. Төп хужалары — Мосоловтар. XVIII быуаттың 20-30-сы йылдарында завод ҡаҙна ҡарамағына күсә, артабан 1846 йылдан — Е. И. Шешукова, 1867 йылдан — А. П. Загряжский хужалыҡ итәләр. Завод Кананикольск тау округына инә. Нигеҙ һалынғандан һуң ике йылдан эшләй башлай (1753). Башта 2 баҡыр иретеү мейесе була, 1760 йылда — 4 баҡыр иретеү мейесе, шплейзофен, гармахер һәм штыклы горндар, 4 горнлы тимерлек; 1761 йылда табаҡлы тимер етештереү өсөн 2 сүкешле һәм 1 горнлы фабрика асыла. 1797 йылда заводта 6 иретеү мейесе, 4 шплейзофен һәм 2 гармахер горны, 2 баҡыр иретеү, шплейзофен һәм һуҡҡыс фабрикалары, таҡта ярыу тирмәне иҫәптә тора. 1840-сы йылдар аҙағында вагранка (суйын иретеү мейесе) ҡуйыла[1].
XVIII быуаттың аҙағында Кананикольск заводы ҡарамағында 216 рудник була, уларҙың 4 эшләй; XIX быуаттың уртаһында — 720 рудник (20-һе ғәмәлдә булған). XVIII быуаттың 60-сы йылдар аҙағында завод 113 мең дисәтинә ергә хужа була. XVIII быуаттың уртаһында Кананикольск заводында 314 оҫталар һәм ҡара эшсе, яҡынса 800 ялланған хеҙмәтсе; 1760 йылда 200 крепостной крәҫтиән; 1797 йылда 486 оҫталар һәм ҡара эшсе; 1805 йылда — 486, 1836 йылда — 900 крепостной крәҫтиән иҫәптә тора[1].
Завод эшләгән дәүерҙә яҡынса 350 мең бот баҡыр иретелә. Уртаса етештереүсәнлек 2,9 мең бот баҡыр тәшкил итә; максималь етештереүсәнлек — 10,8 мең бот баҡыр (1765)[1].
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда крәҫтиәндәрҙең бер өлөшө М. Г. Шигаевтың отрядына ҡушыла. 1774 йылда Кананикольск заводы һәм завод ауылы баш күтәреүселәр тарафынан талана һәм үртәлә, 1777 йылда заводты ҡабаттан тергеҙәләр. Баҡыр рудаһы башта «Һаҡмар һайлыҡтарынан» сығарыла, заводтан көнсығышҡа табан 50 километр алыҫлыҡта, әммә XVIII быуаттың аҙағында база 100—400 саҡрымға күсерелә, бынан һуң етештереүсәнлек ҡырҡа кәмей[2].
1812—1814 Кананикольск заводы эшләмәй. Бер нисә ревизиянан һуң завод опекаға алына, завод хужаһына заводта һәм рудниктарҙа булыу тыйыла. 1861 йылда 20 рудник һәм 6 баҡыр иретеү мейесе булыуына ҡарамаҫтан заводта барыһы 5634 бот саф баҡыр иретелә[3]. 1869 йылда крепостной хоҡуғты бөтөрөүҙән һуң эшселәр етешмәүе сәбәпле һәм мәғдән базаһы кәмеүе арҡаһында заводтағы эштәр туҡтатылып тора. 1871 йылда завод тулыһынса ябыла[1].
Хәҙерге ваҡытта завод ауылы урынында Йылайыр районы Ҡананикольский ауылы урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 КАНАНИКОЛЬСКИЙ ЗАВОД // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ http://ufa-gid.com/encyclopedia/kananik_med_z.html 2018 йылдың 17 март көнөндә архивланған. ЭНЦИКЛОПЕДИЯ БАШКИРИИ → КАНАНИКОЛЬСКИЙ МЕДЕПЛАВИЛЬНЫЙ ЗАВОД
- ↑ http://www.ural.ru/spec/ency/encyclopaedia-10-887-kananikolskij-medeplavilnyj-zavod.html 2017 йылдың 8 сентябрь көнөндә архивланған. КАНАНИКОЛЬСКИЙ МЕДЕПЛАВИЛЬНЫЙ ЗАВОД
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- КАНАНИКОЛЬСКИЙ ЗАВОД // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (рус.)