Хөсәйенов Әхмәт Әғзәм улы

Хөсәйенов Әхмәт Әғзәм улы (рус. Хусаинов Ахмет Агзамович; 1930 йылдың 20 майы, Хәйбулла районы2021 йылдың 6 декабре, Хәйбулла районы, Башҡортостан Республикаhы) — педагог, мәғариф, партия, комсомол һәм урындағы башҡарма органдар, ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1948—1950 йылдарҙа Хәйбулла районы Йәнтеш башланғыс һәм киске мәктәптәре уҡытыусыһы, 1954 йылдан — КПСС-тың район комитеты инструкторы, 1955—1958 йылдарҙа ВЛКСМ район комитетының беренсе секретары, 1962 йылдан — «Ҡыҙыл байраҡ» колхозы рәйесе, 1984—1985 йылдарҙа — Атингән ауыл советы рәйесе. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1980). Октябрь Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Биографияһы

Әхмәт Әғзәм улы Хөсәйенов 1930 йылдың 20 майында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны[1] әлеге ваҡытта бөткән Яңауыл ауылында тыуған[2].

1948 йылда хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Жёлтый педагогия училищеһын «башланғыс синыфтар уҡытыусыһы» һөнәре буйынса тамамлай[3].

Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында башлай, бында башланғыс һәм киске мәктәптәр уҡытыусыһы була[2].

1954 йылдан — КПСС-тың Хәйбулла район комитеты инструкторы[3].

1955 йылдан — ВЛКСМ-дың Хәйбулла район комитетының беренсе секретары[2].

1958 йылдан — Свердловск Юғары партия мәктәбендә[4] уҡый.

1962 йылдан — Хәйбулла район «Ҡыҙыл байраҡ» колхозы рәйесе[2].

1984—1985 йылдарҙа — ошо уҡ райондың Атингән ауыл советы рәйесе[3].

Хеҙмәт ветераны 2021 йылдың 6 декабрендә үҙ районында вафат була[3].

undefined

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

• 1993—2012 йылдарҙа — Хәйбулла районының Антинган ауыл советы ветерандары советы рәйесе[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Октябрь Революцияһы ордены (1976)[2];
• Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)[3];
• «Почёт Билдәһе» ордены[2];
«Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы (1957)[3];
• «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы (1967)[2];
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1958)[3];
• Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1980)[2];
СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалы (1970)[3];
• «Комсомолда әүҙем эшләгән өсөн» билдәһе (1957)[2];
• Хәйбулла районының почётлы сиҙәмсеһе (1974)[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Хусаинов Ахмет Агзамович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (1 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2025.
  3. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 На 92-ом году жизни скончался Хусаинов Ахмет Агзамович. Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан. Официальный сайт (6 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2025.
  4. Хәҙер Урал идара итеү институты — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының филиалы.

Һылтанмалар