Гарбуз Александр Викторович

Гарбуз Александр Викторович (20 май 1947 йыл) — ғалим, университет уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, доцент. СССР һәм Рәсәй сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәтселек белгесе. Рус авангардын һәм Хлебников ижадын төплө өйрәнеүсе.

Биография

Александр Викторович Гарбуз 1947 йылдың 20 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.

Өфө сәнғәт училищеһы|ның оркестр класын һәм Башҡорт дәүләт университеты|ның «Рус теле һәм әҙәбиәте» факультетын тамамлаған.

1971 йылдың 19 мартында РСФСР Енәйәт кодексының 190-сы статьяһы буйынса (СССР-ҙың дәүләт һәм ижтимағи ҡоролошона яла яғыу, яманлау) ғәйепләнә һәм бер йылға ҡулға алына, 1992 йылдың 7 сентябрендә аҡлана[1].

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары: урыҫ авангарды һәм халыҡ мәҙәниәте, сәнғәттең үҙ-ара эш төрҙәре, ижади психология.

Көнсығыш университетының социаль-мәҙәни эшмәкәрлек кафедраһы доценты, Башҡорт дәүләт аграр университеты|ның культурология һәм тарих кафедраһы доценты.

Культурология, донъя мәҙәниәте тарихы, икенсел модель семиотик системаһы, шәхес-ара аралашыу һәм коммуникациялар, риторика, дөйөм психология курстары буйынса лекциялар алып барыусы.

2009 йылдан алып ай һайын «Рампа. Башҡортостан Мәҙәниәте» журналының «Донъя мәҙәниәте телдәре» рубрикаһын даими алып барыусы.

«Авангард сәнғәте: донъяуи аралашыу теле» тип исемләнгән беренсе халыҡ- ара конференцияны (1993, Өфө) ойоштороусылар (Альмира Янбухтина менән берлектә)

Немец телен белә.

Өфөлә йәшәй.

Ижади һәм йәмәғәт ойошмаларында ҡатнашыу

  • ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы (1995)
  • Сәнғәт белгестәре ассоциацияһы (АИС) ағзаһы

Библиографик белешмә

  • В. В. Хлебников. А. Н. Афанасьева (мәҡәлә). — РСФСР халыҡтары фольклоры. Межвуз. фәнни. йыйынтыҡ — Өфө: БДУ,1984. — 124—132 биттәр;
  • В. Хлебниковтың мифик ижадында ҡояш символикаһы(мәҡәлә). — РСФСР халыҡтары фольклоры. Межвуз. фәнни.йыйынтыҡ — Өфө: БДУ,1986. — 121—130 биттәр;

Һылтанмалар