Йәнекәйев Әхмәт Сафиулла улы
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Вафат булған урыны | |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 3 апрель 1903 |
Вафат булған көнө | 1989 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | йәмәғәт эшмәкәре, дәүләт эшмәкәре, министр урынбаҫары |
Тыуған урыны |
Йәнекәев Әхмәт Сафиулла улы (3 апрель 1903 йыл — 1989 йыл) — башҡорт совет дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, республикала ауыл хужалығын ойоштора һәм етәкләй, байтаҡ эштәр авторы була.
Биографияһы
Әхмәт Сафиулла улы Йәнекәев 1903 йылдың 3 апрелендә Рәсәй империяһында, хәҙерге Башҡортостандың Благовар районы Түбәнге Ҡарғалы ауылында Сафиулла Әсәҙулла улы һәм Мәҙинә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙының күп балалы (8 бала) ғаиләһендә тыуа[1].
1926 йылда Бәләбәй педагогия техникумын тамамлай һәм Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының Туҡай ауылына мәктәп мөдире итеп ебәрелә. 1930 йылда яңы ғына асылған Башҡортостан ауыл хужалығы институтына (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) уҡырға инә, 1933 йылда уның тәүге сығарылышы була. Артабан Башҡорт АССР-ы Наркомземының баш зоотехнигы булып эшләй, һуңынан малсылыҡ һәм йылҡысылыҡ идаралығы начальнигы була.
3-сө Белорус фронтының 69-сы айырым химик һаҡланыу батальоны составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Һуғышты өлкән лейтенант званиеһында тамамлай.
Һуғыштан һуң Башҡорт АССР-ы Ауыл хужалығы министрлығында эшләй, министрҙың малсылыҡ буйынса урынбаҫары була.
1989 йылда вафат була[2].
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1934 йылда Хәнифә Сафиулла ҡыҙы Тереғоловаға (1909—1989)[2] өйләнә. Ҡатыны — педагог, мәктәпкәсә белем биреү системаһы эшләй. Бергә дүрт бала үҫтерәләр: Клим (1936, инженер-электронсы), Дамир (1939, табип, медицина фәндәре докторы, профессор)[3], Клара (1941, уҡытыусы) һәм Светлана (1946, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы). Йәнекәев Әхмәт Сафиулла улы «Тормош юлы» китабын улы Дамирға арнай. Унда ул балалары, яҡындары һәм мырҙалар тоҡомонан булған ҡырғалы Йәнекәйевтар тураһында һөйләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Ике «Почёт Билдәһе» ордены
- Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы премияһы лауреаты
- Миҙалдар, шул иҫәптән «Кенигсбергты алған өсөн», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», юбилей миҙалдары.[1]
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
- «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы
- ВДНХ-ның көмөш һәм бронза миҙалы
- «СССР-ҙың ауыл хужалығы отличнигы» почет билдәһе
- Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Рыцарь науки — профессор, академик Дамир Ахметович Еникеев
- ↑ 1 2 Легендарный сын достойного отца(недоступная ссылка)
- ↑ Еникеев Дамир Ахметович
Һылтанмалар
- ВЕТЕРАНЫ ВЕЛИКОЙ ОТЕЧЕСТВЕННОЙ ВОЙНЫ БАШКИРСКОГО ГОСУДАРСТВЕННОГО АГРАРНОГО УНИВЕРСИТЕТА 2019 йылдың 2 декабрь көнөндә архивланған.
- …И орден рыцаря науки
]
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- 3 апрелдә тыуғандар
- 1903 йылда тыуғандар
- 1989 йылда вафат булғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- ВДНХ-ның бронза миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Бәләбәй өйәҙендә тыуғандар