Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил улы

Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетов (рус. Сагидулла Исмагилович Байзигитов; 1974 йылдың 3 апреле, Иҫке Сибай, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй театр һәм кино артисы, йырсы, композитор, ҡурайсы. 1997 йылдан М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).

Биографияһы

1974 йылдың 3 апрелендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуған[1].

Урта мәктәптә уҡыған саҡта музыка мәктәбенең ҡурай класында шөғөлләнә (етәксеһе Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сөләймәнов Ә. Ф.).

Артабан 1989—1993 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класында һөнәрен камиллаштыра (етәксеһе Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ришат Рәхимов)[1]

1993—1997 йылдарҙа Сибай педагогия институтының музыка факультетында уҡый.

1994 йылдың февраленән — Сибай дәүләт филармонияһының ҡурайсы-солисы.

1997 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырыла һәм бөгөнгө көнгә тиклем ошо театрҙа эшләй[2].

1998 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын, 2009 йылда — Рәсәй театр сәнғәте академияһының продюсерлыҡ факультетын тамамлай[3].

Театрҙағы ролдәре

  • Нөгөш яусыһы («Маҡтымһылыу, Аблай һәм ҡара юрға»);
  • Атамыш («Һуңғы ғәйнә»);
  • Ҡәнзәфәр Усаев («Салауат Юлаев»);
  • Сәсән, Ҡарт, Үгеҙ, Кәкүк, Зәрҡүм («Урал батыр»);
  • Василий Данилыч Вожеватов («Бирнәһеҙ ҡыҙ»);
  • Ринат («Хыял диңгеҙе»);
  • Мәрәһим («Оҙон-оҙаҡ баласаҡ»);
  • Аҙнай («Нәркәс»);
  • Хажмөхәмәт («Әхмәтзәки Вәлиди Туған»);
  • Сеньор Бальбоа, Пастор («Иң бәхетле төн»).

Үҙе ижад иткән йырҙар исемлеге

  • Аиша
  • Арҡайым
  • Ағай тимәгеҙ, ҡыҙҙар
  • Бергә
  • Бушаныуҙар кәрәк күңелгә
  • Дуҫтар
  • Дәртле саҡтар
  • Егеттәр йыры
  • Ирендәрең
  • Йәндәремә йән өрөүсе
  • Йәшәргә теләк
  • Кил бейергә
  • Кил, иркәм
  • Килеп тә йөрөмә
  • Күләгә
  • Көләйек
  • Ла, ла, яратам
  • Максимум
  • Мөхәббәт, сәхнә
  • Онот
  • Парлыларға
  • Рәхмәт, туғандар
  • Сибай ҡыҙҙары
  • Сибәр ҡыҙ
  • Сәскәләр бир
  • Тамашасыма рәхмәт
  • Ғүмерҙәр
  • Ҡобайыр
  • Һаумы, йәшлегем
  • Һағындым һөйгәнемде
  • Һағындырҙы Сабаҡлы буйҙары
  • Һиңә табынам
  • Һылыу
  • Һүнгән инде һөйөү ялҡыны
  • Әстәғафирулла
  • Өс егет

Репертуарындағы башҡа авторҙар йырҙары

Киноролдәре

  • Шүлгән роле — «Шүлгәнташ. Ысын әкиәт» фильмы. (2014, 60 мин., продюсер — Гөлназ Ҡолһарина, режиссерҙар — Ләйсән Солтанғолова, Рөстәм Аҙнабаев)[4];
  • Геройҙың йәш сағы — «Миҙал», ҡыҫҡа метражлы фильм, реж. Ә. Нурмөхәмәтов;
  • Хулиган егет — «Таныш түгел таныштар», музыкаль фильм, реж. Азамат Хужәхмәтов;
  • Геройҙың йәш сағы — «Елғыуар», тулы метражлы фильм, реж. А. Йомағолов;
  • Рәйес роле — «Беҙҙең өйҙөң йәме» («Һеңлем», 2018) тулы метражлы фильм, реж. А. Галибин, сцен. А. Аҡманов.

Ғаиләһе

  • Ҡатыны — Айгөл, улдары — Арыҫлан, ҡыҙҙары — Наҙгөл.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004);
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021)[5];
  • «Йәш башҡарыусылар» конкурсы лауреаты (1994);
  • «Урал моңо — 1995» халыҡ-ара конкурсы лауреаты («Арҡайым» төркөмө менән берлектә, 1995);
  • Төбәк-ара «Ирәндек моңдары» конкурсы лауреаты (Сибай ҡалаһы, 1996);
  • «Йыл актёры» конкурсы номинанты (Өфө, 1998;
  • БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2019)[6].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Байзигитов Сагидулла Исмагилович (Байегет). Сайт «Единый портал башкирской культуры и произведений искусства». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 декабрь 2025. (рус.)
  2. Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил улы (башҡ.). Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры. Рәсми сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025.
  3. Сагидулла Байзигитов. Сайт «kino-teatr.ru». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 декабрь 2025. (рус.)
  4. Шульганташ. Настоящая сказка / Shulgantash. The true fairytale (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2025)
  5. Азат Гиззатуллин. Радий Хабиров наградил работников культуры и искусства Башкортостана. ИА «Башинформ» (19 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 декабрь 2025. (рус.)
  6. Сагидулла Байегет получил почётную грамоту Государственного Собрания – Курултая РБ. bash.news. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июль 2026.

Һылтанмалар