Рудаков Юрий Аркадиевич

Юрий Аркадиевич Рудаков (1980 йылдың 3 апреле, Өфө) — юрист, Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2020—2021 йылдарҙа РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты В. В. Жириновскийҙың ярҙамсыһы. ЛДПР — Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе координаторы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1].

Биографияһы

Рудаков Юрий Аркадиевич 1980 йылдың 3 апрелендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған[1].

Юғары белемле — 2002 йылда Мәскәү дәүләт коммерция университетын тамамлаған[2].

2011 йылдан Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы сәйәси партияһы (ЛДПР) ағзаһы[3]. Шул уҡ йылда ЛДПР партияһы исемлеге буйынса Рәсәйҙең VI саҡырылыш Дәүләт думаһына һайлауҙа кандидат була[4].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда «Орлёнок» балалар һауыҡтырыу лагерында физик культура буйынса инструктор (рус.)баш. булып башлай, һуңынан шунда уҡ водитель була[1].

2002—2020 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәте һәм төҙөлөшөнөң нефть, газ тармағы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһында хоҡуҡи инспектор, Өфө ҡалаһы ойошмаларында хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса консультант, артабан менеджер (рус.)баш., сауҙа вәкиле һәм юрист булып эшләй[1].

2020—2021 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты В. В. Жириновскийҙың ярҙамсыһы.

2021 йылда Юрий Рудаков ЛДПР партияһынан бер мандатлы 6-сы Нефтекама һайлау округы буйынса Рәсәйҙең VIII саҡырылыш Дәүләт думаһына һайлауҙа ҡатнаша[5].

2022—2023 йылдарҙа — үҙмәшғүл[1].

2023 йылдан — Берҙәм республика һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының VII саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[6], ЛДПР сәйәси партияһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы фракцияһы етәксеһе[3].

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм милек мөнәсәбәттәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары[7] һәм VII саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың депутат этикаһы буйынса комиссияһы ағзаһы[8].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районының Мәләүез ҡалаһы ҡала биләмәһе V саҡырылыш советының даими булмаған нигеҙҙәге депутаты[1].
  • 2021—2023 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округының 18-се һайлау округы буйынса V саҡырылыш ҡала советы депутаты[9][2][10].

Ғаиләһе

Ҡатыны менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы;
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы;
  • Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Почёт грамотаһы.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Депутаты. Рудаков Юрий Аркадиевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2026. (рус.)
  2. 1 2 Депутаты \ Рудаков Юрий Аркадиевич. Сайт «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2026. (рус.)
  3. 1 2 ЛДПР. Команда. Рудаков Юрий Аркадиевич. Официальный сайт партии ЛДПР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2026. (рус.)
  4. Список кандидатов в депутаты Госдумы от партии «ЛДПР» по Республике Башкортостан. Интернет-сайт КП-Уфа (2 октябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2026. (рус.)
  5. Кандидаты в депутаты Госдумы / Башкортостан (республика) / Рудаков Юрий Аркадиевич. Сайт «GOGOV — о главном в России без политики». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2026. (рус.)
  6. Депутаты. Рудаков Юрий Аркадиевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал).
  7. Комитет по бюджетной, налоговой, инвестиционной политике и имущественным отношениям. Рудаков Юрий Аркадиевич. Заместитель председателя. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2026. (рус.)
  8. Комиссия Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан седьмого созыва по депутатской этике. Состав: Рудаков Юрий Аркадиевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2026. (рус.)
  9. Аделина Минибаева. В Уфе назвали имена новых депутатов Горсовета. Сайт «UfaTime.ru» (24 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2026. (рус.)
  10. Олег Вахитов. Ушедшего в Курултай депутата горсовета Уфы Юрия Рудакова сменит Павел Завадич. Коммерсантъ (30 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2026. (рус.)