Аслаев Сәғит Төхвәт улы
Аслаев Сәғит Төхвәт улы | |
---|---|
Дөйөм мәғлүмәт | |
Тулы исеме: | Сәғит Төхвәтович Аслаев |
Гражданлығы: |
СССР Рәсәй Федерацияһы |
Тыуған көнө: | 1 ноябрь 1954 (69 йәш) |
Тыуған урыны: | РСФСР, Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылы |
Аслаев Сәғит Төхвәт улы (1 ноябрь 1954 йыл) — СССР һәм Рәсәй тренеры, юғары мәктәп эшмәкәре. 2003 йылдан Башҡорт дәүләт университетының спорт-һауыҡтырыу эштәре буйынса, 2010 йылдан — социаль мәсьәләләр буйынса проректоры. Педагогия фәндәре кандидаты (2007). Профессор (2004). Бокс буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәғит Төхвәт улы Аслаев 1954 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында тыуған. Атаһы — Аслаев Төхвәт Хәлим улы (1922—1995), педагог-методист, башҡорт теле белгесе.
1976 йылда Волгоград физик культура институтын тамамлай.
1978 йылда «Хеҙмәт резервтары» ирекле спорт йәмғиәтенең Башҡртостан өлкә советында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1982 йылда юғары спорт оҫталығы мәктәбенең өлкән тренеры итеп тәғәйенләнә. 1986 йылда Өфө ҡалаһы 4-се Олимпия резервының махсус балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбенә (СДЮШОР)[1] эшкә күсә.
1988 йылда СССР-ҙың бокс буйынса йыйылма командаһына тренер итеп тәғәйенләнә. 1992—1996 йылдарҙа ла Рәсәй йыйылма командаһында. 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһының баш тренеры булып эшләй.
2001 йылдан Сәғит Төхвәт улы Башҡорт дәүләт университетының физик тәрбиә һәм спорт кафедраһы мөдире вазифаһын биләй, ә 2003 йылда БДУ-ның спорт-һауыҡтырыу эштәре буйынса проректоры итеп тәғәйенләнә[2].
2007 йылда «Интерактив белем биреү процесында физик культура уҡытыусыларында педагогик аралашыу оҫталығын формалаштырыу» темаһына диссертация яҡлай һәм «педагогия фәндәре кандидаты» дәрәжәһен яулай[3].
Тренерлыҡ һәм уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге йылдарында Сәғит Төхвәт улы халыҡ-ара класлы спорт мастерҙарын, шулай уҡ 50-нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастерҙарын әҙерләй, улар араһында:
- Владимир Ганченко — 48 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында бокс буйынса1992 йылғы Рәсәй чемпионы, 1992 йылғы Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы[4];
- Ринат Ғизәтуллин — 63,5 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында бокс буйынса 1992 йылғы Рәсәй чемпионы[5];
- Рәмил Хөснөтдинов — 48 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында бокс буйынса 1995 йылғы Рәсәй чемпионы[6];
- Эльвира Ҡасимова — 2000 йылда кикбоксинг буйынса донъя чемпионы[7][8].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1991)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре(1999)[9]
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы (2001).
- Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003)
- Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре
- Салауат Юлаев ордены (2014)[10].
Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аслаев С. Т., Асадуллин Р. Н. Место интерактивного обучения в формировании педагогического общения у учителей физической культуры. — Вестник Башкирского университета, 2006.
- Аслаев С. Т., Шаяхметова Э. Ш., Румянцева Э. Р. Динамика сенсомоторного реагирования и чувства времени в процессе адаптации боксеров к тренировочным нагрузкам. — Вестник Башкирского университета, 2012.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ СДЮСШОР № 4 2016 йылдың 11 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Сотрудники кафедры физвоспитания и спорта
- ↑ Аслаев, Сагит Тухватович. Формирование умений педагогического общения у учителей физической культуры в процессе интерактивного обучения
- ↑ Ганченко Владимир Александрович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Гизатуллин Ринат Абдуллович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Хуснутдинов Рамиль Галиевич // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Касимов Эльвир Абубакирович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Бокс учёбе не помеха 2018 йылдың 20 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Указ Президента РФ от 30 декабря 1999 года № 1741 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников учреждений и организаций физической культуры и спорта»
- ↑ Указ Президента РБ от 20.08.2014 № УП-221 О награждении орденом Салавата Юлаева(недоступная ссылка)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аслаев Сәғит Төхвәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2019)
- 1 ноябрҙә тыуғандар
- 1954 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Баймаҡ районында тыуғандар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары
- Ҡалыптар:Исемдәр:Рәсәй Федерацияһы
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса спортсылар
- Алфавит буйынса боксёрҙар
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличниктары
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәрҙәре