Кашанов Хажим Шаһи улы
Кашанов Хажим Шаһи улы (рус. Кашанов Хажим Шагеевич; 1 ноябрь 1914 йыл — 15 апрель 2006 йыл) — комсомол, партия һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1962—1975 йылдарҙа Баймаҡ район советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 7-се (1967—1971) һәм 8-се (1971—1975) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966, 1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры. Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы (1996).
Биографияһы
Хажим Шаһи улы Кашанов 1914 йылдың 1 ноябрендә Рәсәй империяһының Ырымбур губернаһы Үрге Урал өйәҙе Ҡусҡар[1] нда тыуған[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1931 йылда Асҡар ете йыллыҡ мәктәбенең пионервожатыйы булып башлай. 1932 йылдан ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитетының мәҙәниәт-ағартыу бүлеге мөдире, 1933 йылдан — «Салауат батыр» колхозы рәйесе, 1934 йылдан — машина-трактор станцияһының эшселәр комитеты рәйесе[2].
1935—1936 йылдарҙа Баҡыр үҙәк руднигының ВЛКСМ комитеты секретары, 1938 йылдан — Эске эштәр халыҡ комиссариаты район бүлегенең янғын часы инспекторы[3].
1940 йылдан ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитетының беренсе секретары[2].
1941 йылдан ВКП (б)-ның Әбйәлил район комитетының хәрби бүлек мөдире, 1944 йылдан — икенсе секретары[3].
1945 йылда ВКП (б)-ның Бөрйән район комитетының беренсе секретары итеп һайлана һәм был вазифала 1949 йылғаса эшләй[2].
Артабан (1949—1951 йылдар) ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы ике йыллыҡ партия мәктәбендә уҡый[2].
1951 йылдан хеҙмәтсәндәр депутаттарының Матрай һәм Быҙауяҙ, 1956 йылдан — Күгәрсен, 1962—1975 йылдарҙа Баймаҡ район советы башҡарма комитеты рәйесе[4].
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылында йәшәй. 2006 йылдың 15 апрелендә ошонда вафат була[2][3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957, 1966, 1971)
• «Почёт Билдәһе» ордены (1949)
• «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1945)
• «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы (1957)
• «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» миҙалы (1970)
• «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985)
• Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы (1996).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Иҙәш Ҡусҡары ауылы
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Персоналии: Башкирский комсомол. КАШАНОВ Хажим Шагеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2024)
- ↑ 1 2 3 Абзелиловская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Сынгизов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-255-9. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2024)
- ↑ Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная > Муниципальный район > Почётные граждане > Кашанов Хажим Шагеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2024)
- ↑ БАССР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
- ↑ БАССР-ҙың 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
Һылтанмалар
• Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Персоналии: Башкирский комсомол. КАШАНОВ Хажим Шагеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2024)
• Абзелиловская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Сынгизов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-255-9. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2024)
• Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная > Муниципальный район > Почётные граждане > Кашанов Хажим Шагеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2024)
• Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры «Баймакская межпоселенческая центральная библиотека» миуниципального района Баймакский район. Официальный сайт. Почётные граждане > Кашанов Хажим Шагеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2024)