Банников Василий Васильевич

Васи́лий Васи́льевич Ба́нников (1925 йылдың 1 ноябре, Ергән1951 йылдың 12 декабре, Өфө)  — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының айырым гвардия танкыға ҡаршы дивизионының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Дан орденының тулы кавалеры.

Биографияһы

Банников Василий Васильевич 1925 йылдың 1 ноябрендә Стәрлетамаҡ кантоны[1] Ергән ауылында тыуған[2].

Мордва. Тулы булмаған урта белемле. Хәрби хеҙмәткә тиклем колхозда эшләгән.

Совет Армияһына Мәләүез районы хәрби комиссариаты тарафынан 1943 йылдың февралендә саҡырыла. 1944 йылдан КПСС ағзаһы[3].

Артиллерия училищеһы ҡарамағындағы ҡыҫҡартылған курс тамамлай. 1943 йылдың февраленән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана һәм бер тапҡыр контузия (рус.)баш. ала.

1945 йылда старшина Василий Банников демобилизациялана. Өфө ҡалаһында йәшәй.

1951 йылдың 12 декабрендә хәрби госпиталдә вафат була[2]. Өфөлә ерләнә[3].

Батырлығы

1944 йылдың 11 апрелендә 82-се айырым гвардия танкыға ҡаршы истребитель дивизионының (74-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 8-се гвардия армияһы, 3-сө Украина фронты) орудие расчёты командиры гвардия сержанты Василий Банников Украинаның Одесса өлкәһе Овидиополь ҡалаһының көньяҡ-көнбайышында барған һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Уҡсы подразделениеларҙың (рус.)баш. һөжүменә ҡушылып, ул һалдаттары менән биш пулемёт нөктәһен юҡҡа сығара, взводҡа яҡын гитлер һалдатын юҡ итә. 1944 йылдың 13 апрелендә шул уҡ урында дошман контратакаларын кире ҡаҡҡанда расчёттың башҡа номерҙары сафтан сыға. Гвардия сержанты Банников бер үҙе дошманға ут яуҙырыуын дауам итә. Дошмандың биш пулемётын һәм егерменән артыҡ һалдатын юҡ итә.

1944 йылдың 8 июнендәге приказ менән немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы һуғыштарҙа командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия сержанты Банников Василий Васильевич III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 64990).

1944 йылдың 6 авгусында Польшаланың Магнушев ҡалаһы янында 82-се айырым гвардия танкыға ҡаршы истребитель дивизионының (74-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 8-се гвардия армияһы, 1-се Белоруссия фронты) батыр гвардеец үҙе командалыҡ иткән расчёт менән штурм орудиеһын яндыра. 1944 йылдың 12 авгусында өс дошман танкыһы совет подразделениеларының хәрби рәттәренә бәреп инә. Ҡурҡыу белмәҫ яугир-артиллерист танкыларҙың береһен сафтан сығара, ә ҡалғандары кире сигенә.

1944 йылдың 10 сентябрендә немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы һуғыштарҙа командование (рус.)баш. заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн приказ менән гвардия сержанты Банников Василий Васильевич II дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 4199).

1945 йылдың 21-24 апрелендә Гитлер Германияһының баш ҡалаһы Берлинда барған урам һуғыштарында гвардия өлкән сержанты Василий Банников командалыҡ иткән орудие расчёты батырлыҡ күрһәтә. Улар ете ут нөктәһен, һигеҙ дотты һәм егерменән артыҡ гитлерсыны юҡ итә. 1945 йылдың 30 апрелендә Банниковтың орудие расчёты, штурм төркөмөнә ярҙам итеп, бер пулемётты сафтан сығара һәм ундан артыҡ дошман һалдатын юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 15 майындағы Указы менән немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы һуғыштарҙа командование заданиеларын (рус.)баш. өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия өлкән сержанты Банников Василий Васильевич 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 1160) һәм Дан орденының тулы кавалеры була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Дан орденының өс дәрәжәһе.

Хәтер

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы.
  2. 1 2 Ғ. Һ. Булатов, Г. Т. Хөсәйенова. Банников Василий Васильевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2026.
  3. 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Банников Василий Васильевич. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2026. (рус.)
  4. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2026. (рус.)
  5. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979. — Кн. 4.