Сибәғәтов Флүр Шәрифулла улы

Биографияһы

Флүр Шәрифулла улы Сибәғәтов 1973 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы 1980 йылдарҙа бөткән Ямашты ауылында тыуған.

1991 йылда Асы урта мәктәбен тамамлай һәм Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә. Юғары һөнәри белем алғандан һуң, 1996—1999 йылдарҙа БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы ҡарамағындағы аспирантурала уҡый, Башҡортостан Республикаһы Президентының стипендиаты була[1]. Аспирантурала уҡыу менән бергә 1996—2000 йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегендә ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 2000 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылдан ассистент, 2002 йылдан өлкән уҡытыусы, 2003 йылдан — доцент.

1999—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Йәдкәр» фәнни журналының яуаплы секретары була. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире булып эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

Филология фәндәре докторы, профессор Роберт Байымов етәкселегендә «Башҡорт әҙәбиәтендә ҡөрьән мотивтарының художестволы сағылышы» тигән темаға яҙылған кандидатлыҡ диссертацияһын 2000 йылда яҡлай.

Флүр Сибәғәтов 180 самаһы ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монография һәм уҡыу әсбабтары авторы. Шуларҙың 90-ға яҡыны — шәрҡиәт (төркиәт, ислам ғилеме) буйынса. Мәҡәләләре Астана, Дүшәнбе, Төркөстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Майкоп, Баҡсаһарай, Карачаевск, Махачкала, Элиста, Ҡазан, Черкесск, Якутск һәм башҡа ҡалаларҙа баҫылып сыҡҡан.

Ғалим — башҡорт әҙәбиәт ғилемендәге яңы йүнәлешкә — дини, Ҡөръән мотивтарының сағылышын өйрәнеүгә нигеҙ һалыусы. Тикшеренеүҙәре башҡорт әҙәбиәте тарихын һәм теорияһын яҡтыртыуға етди өлөш индерә. Шулай уҡ ул милли матбуғат тарихын өйрәнеү өҫтөндә лә әүҙем эшләй. ВАК һәм РИНЦ ғилми журналдарының рецензенты булараҡ та даими сығыш яһай.

Ғилми хеҙмәттәре

  • Башҡорт әҙәбиәтендә Ҡөръән мотивтары. — Өфө: Ғилем, 2001. — 148 б.
  • ХХ быуат башҡорт әҙәбиәте 2003 — ХХ быуат башҡорт әҙәбиәте тарихы. Юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек / Р. Н. Баимов, З. Я. Шарипова, Г. Н. Гареева, Ф. Ш. Сибәғәтов, З.А. Әлибаев, Р. Д. Мустафина. — Өфө: Башҡорт дәүләт университеты, 2003. — 576 б.
  • Сибәғәтов Ф. Ш. Йылдар тауышы. Башҡорт журналистикаһы тарихы буйынса уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө: Башҡорт дәүләт университеты, 2003. — 104 б.
  • Ислам: дин, әҙип, әҙәбиәт. Монография. — Өфө: Ғилем, 2004. — 96 б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре