Нурғәлиев Әнүәр Мәрүәр улы

Нурғәлиев Әнүәр Мәрүәр улы (рус. Нургалиев Анвар Марварович; 1974 йылдың 28 ғинуары, Әүрезтамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй эстрада йырсыһы, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2021) һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2021).

Биографияһы

Әнүәр Мәрүәр улы Нурғәлиев 1974 йылдың 28 ғинуарында Башҡорт АССР-ының[1] Әлшәй районының Әүрезтамаҡ ауылында музыкаль яҡтан һәләтле ғаиләлә тыуған. Атаһы Мәрүәр менән әсәһе Нәсимә, бер туған ағаһы йырға әүәҫ була; атаһы — баянда, ағаһы — төрлө музыка ҡоралдарында уйнай[2].

Урта белем алғандан һуң, 1991 йылда Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Бында йырсы булараҡ төрлө кисәләрҙә һәм музыкаль фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша. 1995 йылда «Туған тел» республика конкурсында еңеүсе була[3].

Юғары белемле: хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған.

1995 йылдан саҡырыу буйынса Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң уҡыуын ул саҡтағы Өфө дәүләт сәнғәт академияһында[4] айырым йырлау кафедраһы буйынса дауам итә[3]. Был юғары уҡыу йортон «камера йырсыһы» һөнәре алып тамамлай[2].

Ғаиләһе: ҡатыны Ирина, ҡыҙы Элина, улы Рафаэль[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Сәхнә эшмәкәрлеге

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡығанда, Айһылыу Заһретдинова ойошторған «Ихлас», артабан «Ихлас моң» төркөмендә Марат Шәйбәков һәм Гүзәл Әхмәтова менән бергә эшләй (2000 йылдан). Тиҙ арала төркөм популярлыҡ яулай, студент артистар Өфөлә йылына 10-ар концерт менән сығыш яһай. Ике йылдан төркөм тарҡала, һәм Әнүәр Нурғәлиев ижади эшмәкәрлеген айырым йырсы булараҡ үҙ аллы дауам итә[2].

2010 йылда йырсының үҙаллы башҡарыусы проекты «Нурғәлиев» исеме менән рәсми теркәлеү үтә[3]. Артабанғы йылдарҙа концерттар ойоштороу менән бергә төрлө байрамдарҙа, туй тантаналарында һәм корпоративтарҙа бик теләп сығыш яһай[3]. Продюсеры юҡ, бөтә ойоштороу мәсьәләләре менән үҙе шөғөлләнә[5].

2017 йылда Мәскәүҙә тәүге сольный концерты аншлаг менән үтә[5]. 2019 йылдың мартында, 45 йәшлек юбилейына, Өфөнөң Спорт һарайында иң масштаблы концертын бирә[5].

Артист үҙенең яңғыҙ йырҙары яҙылған бер нисә диск сығара. Башҡарыусы көйәрмәндәр хөкөмөнә 2016 йылда «Назларым» альбомын, 2017 йылда тағы бер йыйынтығын тәҡдим итә. 2018 йылда уның ике соло альбомы сыға. «Яңы йырҙар» альбомына ингән «Кочаклама яратмыйча» композицияһы ысын хит була. 2019 йылда был йыр өсөн Татар музыкаль телеканалы TMTV премияһын «Ир-аттар араһында иң яҡшы клип һәм йыр» номинацияһында ала[5].

Плейлистары

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
  2. 1 2 3 4 Лейла Аралбаева. Анвар Нургалиев: «Хочу развивать нашу башкирскую эстраду». ИА «Башинформ» (31 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
  3. 1 2 3 4 Анвар Нургалиев — биография и личная жизнь певца. Biographe.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
  4. Хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты.
  5. 1 2 3 4 5 6 Биография Анвара Нургалиева. Stories-of-success.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.