Кашапов Марс Фәрәх улы
Марс Фәрәх улы Кашапов (рус. Кашапов Марс Фарахович; 1966 йылдың 28 ғинуары, Мәсетле, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй хужалыҡ һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 2012—2017 йылдарҙа «Янғантау» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһының директор урынбаҫары, 2017 йылдың мартынан Салауат районы хакимиәте башлығы. Өсөнсө (2012) һәм дүртенсе (2016) саҡырылыш район советы депутаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2025)[1]. Рәсәй Президентының Почёт грамотаһы (2025)[2].
Биографияһы
М. Ф. Кашапов 1966 йылдың 28 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Мәсетле ауылында тыуған.
Хеҙмәт юлын 1983—1984 йылдарҙа «Йүрүҙән» совхозында башлай. 1984—1986 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, бер йыл Башҡортостан ауыл хужалығы институтында электромонтер булып эшләй, һуңынан шунда уҡ уҡырға инә.
1992 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай, белеме буйынса — агроном. 1992—1997 йылдарҙа «Йүрүҙән» совхозында Мәсетле бүлексәһе управляющийы була, һуңынан өс йыл Салауат районы ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы вазифаһында эшләй. 2000—2003 йылдарҙа — «Урал» СПК-һы рәйесе. Һуңынан бер йыл «Бөркөт» ял йорто директоры булып эшләгәс, 2004—2006 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары була. 2006—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Ер ресурстары һәм ер ҡоролошо буйынса дәүләт комитетының Салауат районы буйынса рәйесе. Һуңынан 2012 йылға тиклем тоҡомсолоҡ буйынса «Башкирское» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры ярҙамсыһы — баш инженеры була. 2012—2017]] йылдарҙа — «Янғантау» шифаханаһы дәүләт унитар предприиятиеһы директорының хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары.
2017 йылдың мартынан — контракт буйынса Салауат районы хакимиәте башлығы[3]
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- 2012 һәм 2016 йылдарҙа өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш Салауат районы советы депутаты итеп һайлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Салауат Юлаев ордены (2025);
- Рәсәй Президентының Почёт грамотаһы (2025).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Радий Хабиров вручил государственные награды муниципальным служащим
- ↑ Глава Салаватского района Башкирии удостоен почетной грамоты Президента РФ (рус.). 3 декабрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Марс Кашаповҡа ышаныс күрһәтелде (башҡ.). «Башҡортостан» гәзите (7 март 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2026.