Солтанов Айрат Хәмит улы
Солтанов Айрат Хәмит улы (рус. Султанов, Айрат Хамитович; 1962 йылдың 28 ғинуары, Борай ауылы, Борай районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — Рәсәй театр актёры. Туймазы дәүләт татар драма театры артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
Биографияһы
1962 йылдың 28 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Борай районы Борай ауылында тыуған[1].
Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә уҡый.
1990 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм бер йыл Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында йырсы булып эшләй.
1991 йылдан алып Туймазы татар дәүләт драма театры актёры[2].
Ролдәре
- Айтуған — «Беҙ бит ауыл малайы»;
- Апсен — «Кәләш әйттергәндә!»;
- Аскер — «Аршин мал алан»;
- Тамада — «Илгизәар+Вера»;
- Вәғиз — «Нәҫел ағасы»;
- Надирша — «Мәкәрйәгә барғанда»;
- Фәрит — «Йондоҙом»;
- Мөхәмәтхан — «Һиндостан ҡыҙы»;
- Мәғсүм — «Портфель»;
- Атай — «Әсәйемдең һуҡмағы»;
- Спортсмен, медик — «Онотолған әҙәм»;
- Ғәҙел — «Мөхәббәт өсмөйөшө»;
- Азат — «Бер ғүмергә тиң булған төн»;
- Рәмил — «Оль-ля-ля!»;
- Моҡамай — «Күктән төшкән бәхет»;
- Рифат — «Әмерхан бәрәңгеһе»;
- Лаэрт — «Гамлет»;
- Буштец — «Рядовойҙар»;
- Садиҡ — «Зәйтүнә, үп мине!»;
- Рәзим — «Бына һиңә кәмит»;
- Гермес — «Ташлама утты, Прометей!»;
- Ансар — «Һинән—фатир, минән—ир»;
- Роберт — «Китәм инде, китәм»;
- Марс — «Ҡәһәрле мөхәббәт»;
- Ансар — «Легионер»;
- Финат Рифатович — «Тю-тю мөхәббәт йәки Тауыҡбаш»;
- Ғилфан — «Йәшлек менән осрашыу»;
- Ғәли Хикмәтуллин — «Туҡай менән осрашыуҙар»;
- Таргиб — «Ҡарға туйы»;
- Ризуан — «Урмандарға керһәң...»;
- Антипов Алексей — «Сикһеҙ күк аҫтында»;
- Мәснәүи — «Күҙ быуыусылар»;
- Баптиста — «Тиҫкәрегә - ауыҙлыҡ»;
- Зөлҡәрнәй — «Тиле йәшлек»;
- Марат — «Әрем еҫе»;
- Усман Солтанович — «Бысҡы»;
- Ғәни — «Еҙнәкәй»;
- Василий, Васильковтың камердинеры — «Ҡоторған аҡса»;
- Хәким — «Игеҙәктәр»;
- Олег Павлович — «Аяуһыҙ уйындар»;
- Оло Ҡорбанғәли, Яков — «Ауыл адвокаттары»;
- Кәрим бай — «Башмағым»;
- Ғәзи — «Тау аҫтында илай тал»;
- Игорь — «Ул әле үлгәнсе»;
- Шәмәй — «Яттар менән сыуалһаң...»;
- Хәйбүш — «Мөхәббәт ҡарағы»;
- Сәләх — «Һыу юлы»;
- әлеге ролдәре
- Бабай — «Йомро икмәк»;
- Король — «Көлһылыу»;
- Бүре — «Ҡыҙыл башлыҡлы ҡыҙ»;
- Осоусы — «Бәләкәй принц»;
- Байназар — «Бурған йорто»;
- Король-атай — «Щелкунчик»;
- Аҡһаҡал — «Йәмилә»;
- Мәргән — «Һинең өсөн үҙем үләрмен»;
- Король — «Мин теремен икән әле...»;
- Батша — «Суртан әмере буйынса»;
- Ғәззәт — «Хыялый»;
- Тәфтишсе — «Тулғанай»;
- Помигалов — «Үткән йәй Чулимскиҙа»;
- Кощей батша — «Батшабикә һәм Тәлмәрйен»;
- Иҙрис — «Өйлән, улым, өйлән!»[3];
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012)[4];
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2003);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022)[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Айрат Султанов. Кино-Театр.Ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025.
- ↑ Нурзия. На сцене Туймазинского театра состоялся бенефис народного артиста Башкортостана Айрата Султанова - Культурный мир Башкортостана (билдәһеҙ). kulturarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025.
- ↑ Айрат Султанов. Туймазинский государственный татарский драматический театр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2026.
- ↑ «Автограф» — Народный артист Республики Башкортостан, актер Туймазинского татарского государственного драматического театра Айрат Султанов (7 декабрь 2016). 14 ноябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ В Уфе состоялась церемония вручения государственных наград деятелям культуры и искусства. 14 ноябрь 2025 тикшерелгән.