Йәнекәйева Дилә Дәрд ҡыҙы

Йәнекәйева Дилә Дәрд ҡыҙы (рус. Еникеева Диля Дэрдовна1951 йылдың 28 ғинуары, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — Рәсәйҙең ғалим-психиатры, медицина фәндәре кандидаты (1981), яҙыусы.

Биографияһы

Дилә Дәрд ҡыҙы Йәнекәйева медиктар ғаиләһендә (ата-әсәһе — психиатрҙар) тыуа. Атаһы — медицина фәндәре докторы, профессор Йәнекәев Дәрд Ғәли улы (19252016[1]), Бөйөк Ватан һуғышында[2] ҡатнаша, 1973—1996 йылдарҙа — Ҡазан дәүләт медицина академияһының психиатрия, наркология һәм психотерапия кафедраһы мөдире, шизофрения ваҡытында ремиссияны баһалауҙың Авруцкий-Йәнекәев шкалаһы авторҙашы (1957)[3][4][5]. Әсәһе — медицина фәндәре кандидаты Ғәлиева Рәйсә Нәби ҡыҙы (1927—2000), Татарстандың атҡаҙанған табибы[6]. Ағаһы — Йәнекәйев Искандер Дәрд улы — психиатр.[7]

Йәнекәйева 1974 йылда Мәскәүҙең 3-сө медицина институтын тамамлай.

1976—1989 йылдарҙа Мәскәүҙең 2-се медицина институтының Психиатрия кафедраһында эшләй.

1981 йылда М. Бехтерев исемендәге Ленинград психоневрологик институтында «Дөйөм медицина практикаһында йоҡо дарыуы һәм транквилизаторҙы саманан артыҡ ҡулланыуҙы диагностикалау» темаһы буйынса, медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

Дилә Йәнекәйева фәнни-популяр китаптар һәм «хисле детективтар» авторы.

Шәхси тормошо

Өйләнгән. Ире Валерий, спорт мастерлығына кандидат. Интервьюларының береһендә дуҫы менән бәхәс һөҙөмтәһендә Дилә Йәнекәева менән танышыуы хаҡында һөйләне: ул Диләне үҙемә ҡаратам, һуңынан уны ташлап китәм тип бәхәсләшә, әммә һөҙөмтәлә уның менән ғүмер буйына ҡала[8].

Ҡыҙы Яна Валерьевна Йәнекәйева (тыуған. 1986), психолог һәм сексолог[9][10]. Рәсәй сексологтар ассоциацияһы»идараһы ағзаһы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Дилә Йәнекәева киң мәғлүмәт сараларында эксперт сифатында даими сығыш яһай, төрлө йәмәғәт һәм шәхси ваҡиғаларға комментарий бирә, шулай уҡ телевизион ток-шоуҙарҙа ҡатнаша.

2010 йылдарҙа Аникеева телевидениела йыш ҡунаҡ була. 2012 йылда ул «Россия-1» телеканалында «Тура эфир» программаһында, «ТВЦ» телеканалының тигеҙ булмаған никахтар тураһындағы тапшырыуында һәм НТВ-ла «Һөйләйбеҙ һәм күрһәтәбеҙ» ток-шоуының бер нисә сығарылышында эксперт булып сығыш яһаны[11].. 2013 йылдың 18 ноябрендә Беренсе каналда «Пусть говорят» программаһының «Тайная жизнь светской львицы» исемле сығарылышында ҡатнашты[12].

Йәнекәева шулай уҡ йәмәғәт шәхестәренең шәхси тормошона эксперт баһаһы бирә[13][14].

Тәнҡит

Дмитрий Быков Дилә Йәнекәйева тураһында былай ти[15]:

Дилә Йәнекәйева «Аншлаг» тапшырыуын ҡараусылар кеүек аудиторияны хеҙмәтләндерә. Бындай кешеләргә психолог кәрәкмәй тип уйлау бөйөк ғәҙелһеҙлек булыр ине. Мин хатта уларға психиатр кәрәк тип әйтергә йөрьәт итер инем, әммә улар үҙҙәре икенсе төрлө уйлай... Ғәмәлдә Дилә Дәрт ҡыҙы ысынлап та ғалим, ҡайһы бер сексологтар хатта ишетмәгән Рәсәй сексологтары ассоциацияһы рәйестәше икәненә һис кенә лә шикләнмәйем.


«Новый мир» журналында әҙәби тәнҡитсе Е. А. Ермолин, «психолог булараҡ ул ябай ғына», тип яҙа[16].

М. Бейлькин үҙенең авторҙаштары менән уны гомофоб[17], ә Рәсәй сексологы И. С. Кон, Йәнекәева — сексолог түгел, ә «ғауғасыл бульвар яҙыусыһы», ти. Уның раҫлауынса, Йәнекәйеваны ғилми дәрәжәһе лә, ғалим исеме лә юҡ, сөнки Рәсәйҙә «психология докторы» дәрәжәһе бирелмәй, ә уның профессор дәрәжәһе ғилми түгел, коммерция ойошмаһынан бирелгән. Кон Йәнекәйеваны наҙанлыҡта ғәйепләй, «онанизм» һүҙҙең килеп сығышын ул Онандан — «Тәүрат аллаларының береһенең исеменән» алынған тип аңлата[18], ти.

Төп хеҙмәттәре

  • «Плохой характер или невроз?» М., 1997.
  • «Сексуальная патология» (1997)
  • «Секс: Гармония и дисгармония. Серия: Беседа с доктором» (1997)
  • «Пограничные состояния у детей и подростков: основы психиатрических знаний: пособие для студентов средних и высших педагогических учебных заведений». — М.: Academia, 1998. — 299 с.
  • «Любовный приворот» (2004) в соавторстве с Валерием Розановым

Иҫкәрмәләр

  1. Ушёл из жизни Еникеев Дэрд Галиевич Архивная копия от 12 сентябрь 2016 на Wayback Machine Республиканская клиническая психиатрическая больница им.акад. В. М. Бехтерева, 15 апреля 2016
  2. Победители — Солдаты Великой Отечественной войны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2010. Архивировано 6 декабрь 2008 года.
  3. Профессор Дэрд Галиевич Еникеев. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2010. Архивировано 23 февраль 2010 года. 2010 йылдың 23 февраль көнөндә архивланған.
  4. «Половое влечение мужчины и его нарушения» (совместно с Искандером Дэрдовичем Еникеевым). М.: РИА «Юго-Запад», 1999
  5. История кафедры психиатрии, наркологии и психотерапии Казанской государственной медицинской академии(недоступная ссылка). Д. Г. Еникеев — ученик профессора Г. Я. Авруцкого.
  6. Сайт Яны Еникеевой. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2010. Архивировано 16 март 2011 года. 2011 йылдың 16 март көнөндә архивланған.
  7. http://www.rkpbtatar.ru/about/news/ushel-iz-zhizni-enikeev-derd-galievich/
  8. Долгополова, Светлана. Диля Еникеева выиграла лучшего в мире мужа // Мегаполис-новости : журнал. — 2002. — № 10.
  9. О себе. Официальный сайт Дили Еникеевой. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
  10. Яна Валерьевна Еникеева. Life-inStyle.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
  11. TV. Официальный сайт Дили Еникеевой. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
  12. «Пусть говорят», 18 ноября 2013: тайная жизнь светской львицы. Вокруг ТВ (18 ноябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
  13. Любовь, похожая на сон: известные психологи о первых парах нашего шоу-бизнеса. Мир новостей (25 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
  14. «Боится серьезных отношений»: психолог объяснила, почему Тимур Батрутдинов до сих пор не женат. TVCenter.ru (24 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
  15. Быков Д. Психфактор // Огонёк. — 2005. — № 50.
  16. Ермолин Е. Книжная полка Евгения Ермолина // Новый мир. — 2004. — № 10.
  17. М. Бейлькин, В. Буйков, М. Пашков. Ятрофобия гомосексуалов как сексологическая проблема. // Мат-лы конф. «Совр. тенденции организации психиатр. помощи: клинич. и соц. аспекты». / Прил. к журн. «Соц. и клинич. психиатрия». — 2004. — С. 330.
  18. Война компроматов

Һылтанмалар