Иҙрисов Фәрит Фәтих улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ир-ат
Хәрби звание подполковник
Тыуған көнө 12 июль 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (70 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостандың халыҡ артисы
Һөнәр төрө музыкант, дирижёр, композитор
Тыуған урыны

Иҙрисов Фәрит Фәтих улы (12 июль 1954 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, дирижёр, композитор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Подполковник[1]. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997), Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнының музыка авторы[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәрит Фәтих улы Иҙрисов 1954 йылдың 12 июлендә Ырымбур ҡалаһында тыуған. 1980 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының хәрби-дирижерлыҡ факультетын (Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В. С. Петров класы) тамамлай. Консерваториянан һуң Ульяновск ҡалаһындағы Юғары хәрби-команда элемтә училищеһына оркестр дирижеры итеп ебәрелә, был вазифала 1985 йылға тиклем хеҙмәт итә.

1986 йылда Фәрит Иҙрисов Өфө юғары хәрби авиация летчиктар училищеһының беренсе профессиональ тынлы оркестрын ойоштора, үҙе 1986—1999 йылдарҙа оркестрҙың етәксеһе һәм баш дирижёры була.

2002 йылда Ҙур театрҙа Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, профессор М. Эрмлерҙа стажировка үтә. Стажировка үткәндән һуң 2002 йылда Ф. Иҙрисов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры симфоник оркестрына дирижёр итеп эшкә саҡырыла[2]. Бер үк ваҡытта 2004—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры дирижеры һәм 2011 йылға тиклем Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы булып эшләй.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәрит Фәтих улы Иҙрисов «Фауст» (Ш. Гуно), «Бал-маскарад» (Дж. Верди), «Ауыл намыҫы» (П. Масканьи) һәм «Кәмитселәр» (Р. Леонкавалло), «Ҡарһылыу» (Н. Римский-Корсаков), «Урал илселәре» һәм «Аҡмулла» (Заһир Исмәғилев) һәм башҡа спектаклдәрҙе ҡуйыуҙа ҡатнаша[2] Фәрит Фәтих улының әйтеүенсә, ул Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны музыкаһын республиканың суверенитетын иғлан итер алдынан, 1993 йылда 11-нән 12 октябрға ҡарай төндә яҙған[3]. Гимн музыкаһы башҡорт халыҡ йыры «Урал» нигеҙендә яҙылған.

Бынан тыш, Фәрит Фәтих улы Иҙрисов башҡорт шағирҙары һүҙҙәренә ижад иткән ҡырҡҡа яҡын йыр һәм романс авторы. Башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен, башҡорт халыҡ көйҙәрен тынлы һәм симфоник оркестр өсөн эшкәртә. рус, башҡорт һәм татар композиторҙарының тынлы һәм симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәренең аранжировкаларын яҙған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997)[4]
  • Рәсәй Ҡораллы Көстәренең штаттағы хәрби оркестрҙарының начальниктары — хәрби дирижёрҙары конкурсы лауреаты (Өфө, 1991, 1992).
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы (2023)[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В школе № 80 состоялась встреча с Фаритом Идрисовым (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июнь 2019)
  2. 2,0 2,1 2,2 Фәрит Иҙрисов. bashopera.ru. Дата обращения: 21 март 2015. 2015 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
  3. Нина Руцкая. Башҡортостан гимны авторҙары бер тин дә гонорар алмаясаҡ. mkset.ru (23 сентябрь 2008). Дата обращения: 21 март 2015. 2015 йылдың 4 апрель көнөндә архивланған.
  4. Указ Президента РБ «О присвоении почетного звания "Народный артист Республики Башкортостан" Идрисову Ф.Ф.» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июнь 2019)
  5. Фәрит Иҙрисов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалына лайыҡ булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 15 февраль 2023 йыл (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2023)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]