Кашапов Солтан Ғилметдин улы
Биографияһы
Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы) Балталы ауылында 1912 йылда тыуған. ВКБ(б) ағзаһы.
1932 йылдан — хужалыҡ эштәрендә, бер үк ваҡытта йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә. Сәнәғәт академияһын тамамлаған (Баҡы ҡалаһы, 1941).
1932—1968 йылдар —"Ишембайнефть" тресы иретеп йәбештереүсеһе, төҙөлөш-монтаж контораһы начальнигы, профсоюз комитеты рәйесе, цех начальнигы, коммуналь контора начальнигы, управляющий урынбаҫары, «Туймазынефть» тресы нефть промыслаһы директоры, «Ишембайнефть» тресы идаралығы начальнигы, «Аксаковнефть» НГДУ-һының нефть промыслаһы мөдире.
СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы, СССР-ҙың почетлы нефтсеһе.
Нефть сәнәғәтендә оҙаҡ йылдар эшләгәне, Шкапов нефть ятҡылығын үҙләштерегә индергән тос өлөшө өсөн 1968 йылда «Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[1]
РСФСР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана (1938).
Уның ҡатнашлығында яңы техника индереү, нефть сығарыу технологияһы камиллаштырыла, Башҡортостанда яңы ятҡылыҡтар үҙләштерелә. Нефть ятҡылыҡтарын үҙләштергәндә производство процестарын автоматлаштырыуҙа, диспетчерлаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша[2]
Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында 2001 йылда вафат була.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Кашапов 2018 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған.
- Почётные граждане города Белебей [2](недоступная ссылка)