Князев Иван Николаевич
Князев Иван Николаевич (1924 йылдың 12 июле, Өфө, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР — 1999 йылдың 13 ноябре, Светлоград[d], Ставрополь крайы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкы бронебойщигы. Кесе лейтенант (1946). Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
Иван Николаевич Князев 1924 йылдың 12 июлендә Өфө ҡалаһында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны Князев утарында, хәҙер Өфө ҡалаһына ҡарай) эшсе ғаиләһендә тыуған[1].
Башланғыс мәктәпте тамамлай. Өфөлә арматурасы-бетонсы булып эшләй. 1942 йылда Башҡорт АССР-ы Кушнаренко районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[2].
1943 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 310-сы уҡсылар полкының бронебойщигы (рус.)баш. (Воронеж фронтының 13-сө армияһы 8-се уҡсылар дивизияһы) рядовой Н. И. Князев 1943 йылдың 11 сентябренән 15 октябренә тиклем алыштарҙа Десна, Днепр һәм Припять йылғаларын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә[2].
1946 йылдың авгусында кесе лейтенант Н. И. Князев инвалидлыҡ буйынса Ҡораллы Көстәр сафынан сығарыла. Ставрополь крайының Светлоград ҡалаһында йәшәй[2].
1999 йылдың 13 ноябрендә вафат була[2].
Батырлығы
«Украинаның Чернигов өлкәһе Коропский районы Оболонье ауылы янында Десна йылғаһы ярында плацдарм өсөн һуғышта дошман танкыһын, ә Белоруссияның Гомель өлкәһе Брагин районы Чикаловичи ауылы янында Днепрҙа — дошмандың ике бронетранспортерын емерә».
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 16 октябрҙәге Указы менән, командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн, ҡыҙылармеец Князев Иван Николаевичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[1] һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7613) тапшырыла[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1943);
- Ленин ордены (1943);
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7613) (1943);
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[1];
- миҙалдар.
Хәтер
- Иван Князевтың исеме Кушнаренко районы Кушнаренко ауылындағы урамға бирелгән, Еңеү паркында уға бюст, Светлоградтағы Геройҙар аллеяһында уның барельефы ҡуйылған[1].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 И. Ғ. Кәримова. Князев Иван Николаевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (17 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 3 4 5 Н. В. Уфаркин. Князев Иван Николаевич. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2026. (рус.)