Князев (Өфө ҡалаһы ҡала округы)
Князев — Өфө ҡалаһы ҡала округы составындағы ауыл. Өфө ҡалаһы ҡала округының Калинин районына буйһона[2].
Тарихы
Элек Шаҡша ҡасабаһы советына ингән. 1980 йылда, ҡасаба советы үҙәге ҡала тибындағы Шакша ҡасабаһы Өфө ҡалаһы составына индерелеү сәбәпле, Шаҡша ҡасабаһы советы тарҡатыла. Һуңынан Кириллово ауыл советына индерелә.
2004 йылдан Өфө ҡалаһы составында. (Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге № 125-з һанлы (06.11.2007 ред.) «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр, Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәрҙең сиктәрен үҙгәртеү һәм үҙгәртеп ҡороу тураһында» закондың (Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы 2004 йылдың 16 декабрендә ҡабул иткән)[3], 47-се пунктында былай тиелгән:
Өфө районы Кириллово ауыл советының, Өфө районының, Өфө ҡалаһының, Өфө ҡалаһы Калинин районының сиктәрен, күрһәтелгән схематик картаға ярашлы, Өфө районы Кириллово ауыл советының Князев ауылын Өфө ҡалаһы Калинин районы биләмәһе составына тапшырып, үҙгәртергә.)
Князев ауылы, федераль әһәмиәттәге предприятиеларға (эре тимер юл станцияһы, колония) яҡын, шулай уҡ М-5 трассаһы янында урынлашҡан булыуы сәбәпле, унда күптән инде ҡала инфраструктураһы үҫешкән.
Князевтан төньяҡта Дорогино коттедж ҡасабаһы төҙөлә.
Эш
- ФКУ «ИК-3»;
- Шаҡша тимер юл станцияһы;
Билдәле шәхестәре
Головченко Константин Александрович (1925 йылдың 16 авгусы — 2003 йылдың 23 апреле) — сәхнәне биҙәүсе, рәссам, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1985), рәссамдар союзы ағзаһы (1973), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Урамдары
- Дорогино урамы;
- Дуҫлыҡ урамы;
- Йәшел урам;
- Инициатива урамы ;
- Киров урамы;
- Ленин урамы;
- Тыныслыҡ урамы;
- Яр урамы;
- Яңы урам;
- Октябрь урамы;
- Почта урамы;
- Төньяҡ урамы;
- Ҡояшлы урамы;
- Төҙөлөш урамы;
- Төҙөүселәр тыҡрығы;
- Урал урамы;
- Үҙәк урам;
- Шоссе урамы;
- Көнбайыш урамы;
Иҫкәрмәләр
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ ПОСТАНОВЛЕНИЕ Правительства РБ от 29.12.2006 № 391 (ред. от 24.03.2008) "ОБ УТВЕРЖДЕНИИ РЕЕСТРА АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНЫХ ЕДИНИЦ И НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТОВ 2014 йылдың 26 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ ЗАКОН Республики Башкортостан от 17.12.2004 № 125-з (ред. от 06.11.2007) "ОБ ИЗМЕНЕНИЯХ В АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОМ УСТРОЙСТВЕ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН 2014 йылдың 19 февраль көнөндә архивланған.