Резников Пётр Иванович

Резников Пётр Иванович (12 июль 1934 йыл) — агроном, тарихсы-ғалим, комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1993—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең эштәр идарасыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1976). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Биографияһы

Пётр Иванович Резников 1934 йылдың 12 июлендә Башҡорт АССР-ының хәҙерге Миәкә районы 1950 йылдар аҙағында бөткән Калиновка[1] ауылында тыуған.

Ошо райондың Новый Мир ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Аксёнов ауыл хужалығы техникумының агрономия бүлегенә уҡырға инә. Махсус урта белем алған егет үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1952 йылда хәҙерге Күгәрсен районындағы Чапаев МТС-ында агроном булып башлай. Артабан ВЛКСМ-дың Көйөргәҙе район комитетының икенсе секретары була[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • РСФСР-ҙың 11-се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты.
  • Камчатканан сыҡҡан яҡташтарҙың Мәскәүҙәге «Гамулы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының идара ағзаһы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • Ике «Почёт Билдәһе» ордены

Һылтанмалар