Бабуханян Айк Борисович

Бабуханян Айк Борисович (әрм. Հայկ Բորիսի Բաբուխանյան; 1964 йылдың 22 октябре, Ереван) — әрмән сәйәси эшмәкәре.

Биографияһы

Айк Борисович Бабуханян 1964 йылдың 22 октябрендә Әрмән ССР-ының баш ҡалаһы Ереванда тыуған[1].

  • 1981—1986 йылдар — Ереван политехник институтында системотехник-инженер һөнәре ала.
  • 1986—1988 — Ереван политехник институтының иҡтисад системаларын компьютер оптималләштереүе буйынса аспиранты. 15-тән ашыу ғилми эш авторы. Әрмәнстан, АҠШ, Германия һәм башҡа илдәр матбуғатында 300-ҙән ашыу эше баҫыла.
  • 1986—1993 — Ереван политехник институтының хисаплау техникаһы факультеты уҡытыусыһы.
  • 1990—1995 — Ереван ҡала советы депутаты.
  • 1992—1993 — «Анрапетакан» гәзитенең, ә 1993—1999 йылдарҙа «Иравунк» гәзитенең баш мөхәррире.
  • 1988 йылдан — Әрмәнстан «Конституция хоҡуғы» союзы идараһы ағзаһы, ә 1993 йылдан — рәйес урынбаҫары. Әрмәнстандың бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация әҙерләү буйынса парламент комиссияһы ағзаһы (1990).
  • 1999—2003 — парламент депутаты. Дәүләт-хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса даими комиссия ағзаһы.
  • 1999 йылдан — эксперт БМО-ның милли эксперты, БДБ-ның парламент-ара ассоциацияһының мәҙәниәт, мәғлүмәт, спорт һәм туризм буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары (2002). МАНПО академигы (2003).
  • 6 май 2012 йыл — 2017 йыл — Әрмәнстан Республика партияһынан пропорциональ һайлау системаһы буйынса Милли Йыйылыш депутаты[1].
  • 2017 йылдың 2 апрелендә РПА-ның Дөйөм дәүләт һайлау исемлеге буйынса Милли Йыйылыш депутаты итеп һайлана.

Наградалары

  • 2003 йыл — БДБ-ның парламент-ара ассамблеяһының иҫтәлекле миҙалы.
  • 2004 йыл — « Аҡ тәре» ордены.
  • 2009 йыл — «Почёт Билдәһе» ордены.
  • 2011 йыл — Европа тәбиғи фәндәр академияһының Отто фон Бисмарк миҙалы.
  • 2014 йыл — Мовсес Хоренаци миҙалы.
  • 2015 йыл — «Матбуғат һәм мәғлүмәтте үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» почёт билдәһе (16 апрель 2015 йыл, БДБ Парламент-ара ассамблеяһы) Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә ҡатнашыусы дәүләттәрҙең дөйөм мәғлүмәт киңлеген формалаштырыуға һәм үҫтереүгә, матбуғат һәм мәғлүмәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек идеяларын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн[2].
  • 2016 йыл — «Намыҫ һәм ҡаһарманлыҡ» миҙалы.
  • Рәсәй Федерацияһының Дуҫлыҡ ордены[3].

Шәхси тормошо

  • Өйләнгән. Ике бала атаһы[1].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 Айк Борисович Бабуханян. Национальное собрание Республики Армения. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025. (рус.)
  2. ↑ Постановление Совета Межпарламентской Ассамблеи государств — участников Содружества Независимых Государств от 16 апреля 2015 года № 22 "О награждении почётными знаками Межпарламентской Ассамблеи государств — участников Содружества Независимых Государств «За заслуги в развитии культуры и искусства», «За заслуги в развитии печати и информации», «За заслуги в развитии физической культуры, спорта и туризма». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025. Архивировано из оригинала 6 май 2017 года.
  3. ↑ Президент России Владимир Путин подписал указ о награждении Айка Бабуханяна орденом Дружбы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025. Архивировано 21 декабрь 2024 года.

Һылтанмалар