Ғөзәйеров Морат Баҡый улы

Морат Баҡый улы Ғөзәйеров (рус. Гузаиров, Мурат Бакеевич; 1950 йылдың 22 октябре, Силәбе ҡалаһы) — ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан университеттың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, 2003—2014 йылдарҙа ректоры, бер үк ваҡытта электротехниканың теоретик нигеҙҙәре кафдраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2000).

Биографияһы

Морат Баҡый улы Ғөзәйеров 1950 йылдың 22 октябрендә Силәбе ҡалаһында тыуған. 1973 йылда «Электр машиналары һәм аппараттары» һөнәре буйынса Өфө авиация институтын тамамлай. Ошо уҡ йылда институтта эшләй башлай, фәнни-педагогик эшмәкәрлектең барлыҡ баҫҡыстарын үтә: инженер, өлкән инженер, кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор була.

1988 йылдан 1999 йылға тиклем — Өфө дәүләт авиация техник университетының уҡытыу-методика бүлеге етәксеһе.

1989 йылдан — Рәсәй Мәғариф министрлығының белгестәр әҙерләү сифаты проблемаларын тикшереү үҙәгенең Өфө филиалы директоры.

1999 — 2003 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник университетының уҡытыу эштәре буйынса проректоры[1]..

2003 йылдан 2014 йылға тиклем — Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры. 2014 йылдың 1 октябренән — уҡытыусы-профессоры. 2003 йылдан «Вестник УГАТУ» журналының баш мөхәррире.

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф Министрлығы бойороғо менән ректор вазифаһынан ваҡытынан алда бушатыла.

2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана[2][3].

«Башҡортостан» энциклопедияһының редакция коллегияһы составына ингән[4].

2022 йылда Өфө дәүләт авиация техник университеты Өфө фән һәм технологиялар университетына үҙгәртеп ҡоролғандан һуң[5] работал профессором кафедры управления информационной безопасностью УУНиТ[6], УУНиТ-тың мәғлүмәт хәүефһеҙлеге менән идара итеү кафедраһында профессор булып эшләй[6]. 2020-се йылдарҙа мәғлүмәт хәүефһеҙлеге менән идара итеү буйынса фәнни хеҙмәттәр баҫтыра, шул иҫәптән авторҙашлыҡта «MANET радиоселтәренең мәғлүмәт хәүефһеҙлеге характеристикаларын бәйләнеш топологияларын анализлау нигеҙендә баһалау» тигән мәҡәлә менән «Доклады ТУСУР» журналында (2023) сығыш яһай.

2025 йылдың октябрендә 75 йәшлек юбилейын билдәләй; «ГТРК Башҡортостан» хәбәр итеүенсә, шул ваҡытҡа тиклем Өфө фән һәм технологиялар университетында үҙе ойошторған мәғлүмәт хәүефһеҙлеге кафедраһында профессор булараҡ әүҙем уҡытыу һәм фәнни эшмәкәрлек алып бара[7].

Хеҙмәттәре

300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы. "Вестник УГАТУ" ("ӨДАТУ хәбәрҙәре" журналының баш мөхәррире (2003 йылдан алып).

  • Инноватика. 2-ое изд.М., 2008 (авторҙаш).
  • Математическое моделирование процессов в антропогенно нарушенных почвенных биосистемах. М., 2010 (авторҙаш).
  • Информационное и математическое обеспечение в системе поддержки принятия решений при управлении процессом разработки образовательных программ. М., 2011 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • 1997 — «Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре».
  • 2006 — «Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүенең почётлы хеҙмәткәре».
  • 2007 — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре».
  • 2011 — мәғариф өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты[8].

Ғаиләһе

Өйләнгән, улы — Фидан, Марсель ҡустыһы бар.

Һылтанмалар

  1. УУНиТ. uust.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2025.
  2. Общественный совет возглавил генерал. «Вечерняя Уфа» (26 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2025.
  3. Состав Общественного совета МВД Башкирии обновился. ИА «Башинформ» (27 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2025.
  4. Редакционная коллегия. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2025.
  5. На базе БашГУ и УГАТУ создан Уфимский университет науки и технологий. 23 ноябрь 2025 тикшерелгән.
  6. Профессорско-преподавательский состав кафедры управления информационной безопасностью. Уфимский университет науки и технологий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2025.
  7. Свое 75-летие отметил Заслуженный деятель науки Башкортостана Мурат Гузаиров. ГТРК «Башкортостан» (22 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2025.
  8. УУНиТ | ВТиЗИ. uust.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2025.