Ғүмәрова Роза Шәриф ҡыҙы
Биографияһы
Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәрова 1952 йылдың 11 авгусында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуа. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1969 йылда ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетында секретарь-машинист булып башлай. 1971 йылдан алып Яңы Мөсәт һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыта, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый, уны 1978 йылда тамамлай[1] 1978 йылдан алып халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы, 1980, 1996 йылдарҙа һәм 2008 йылдан 2018 йылға тиклем мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире. 1989 йылдан алып халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәренең район профсоюз ойошмаһы рәйесе, 1999 йылда Бөрйән районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы, 2004 йылда — кадрҙар буйынса, 2006 йылда — социаль-гуманитар мәсьәләләр буйынса башлыҡ урынбаҫары[1]. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Үҙәк Комитеты ағзаһы (1995—1999). Муниципаль район Советы рәйесе (2008—2012). Ғүмәрова Р.Ш. «Йыл уҡыусыһы», «Тәнәй Урал батырҙар», «Өмөтлө киләсәк» проекттары авторы һәм әҙерләүсеһе, «Урал батыр» эпосын төбәк-ара йәш башҡарыусылар конкурсын һ.б. үткәреү буйынса инициаторҙарҙың береһе.
Бөгөнгө көндә Роза Шәриф ҡыҙы Әхмәт Сөләймәнов музейы директоры вазифаһын башҡара. Район мәғариф бүлеге муниципаль ҡаҙна учреждениеһы ҡарамағындағы муниципаль ресурс үҙәге етәксеһе[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Роза Шәриф ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте юғары баһалана, 1999 йылда уға Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелә. «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» (1985) билдәһе, БАССР Мәғариф министрлығының һәм Башҡортостан мәғариф, юғары мәктәп һәм ғилми учреждениелар хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты (1979), Башҡортостан Республикаһының (2017) Почёт грамоталары, Ульяновск өлкәһе Мәғариф министрының (2013), Ульяновск өлкәһе Мәғариф һәм фән министрлығының (2015), Башҡортостан Республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының (2017) һ.б. Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Гумерова Роза Шарифовна
- ↑ Гумерова Роза Шарифовна(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- Гумерова Роза Шарифовна
- Гумерова Роза Шарифовна(недоступная ссылка)