Дәүләтов Рәшит Мостафа улы

Рәшит Мостафа улы Дәүләтов (рус. Давлетов Рашит Мустафович; 1958 йылдың 27 ғинуары, Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы) — хужалыҡ һәм дәүләт хеҙмәткәре, 2014—2019 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы[1]. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1993).

Биографияһы

Рәшит Мостафа улы Дәүләтов 1958 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Ҡарман ауылында тыуған.

1980 йылда «Автомобилдәр һәм тракторҙар» һөнәре буйынса Ҡазан авиация институтын (хәҙер Ҡазан дәүләт техник университеты) тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Нефтекама үҙ бушатҡыс машиналар заводында башлай. Бында ул 2014 йылға тиклем эшләй. Башта инженер-конструктор, артабан 1984 йылға тиклем заводтағы СССР Оборона министрлығының Хәрби вәкиллегендә техник була.

1984—2000 йылдарҙа «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә өлкән мастер, цех начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы булып эшләй.

1993 йылда Рәшит Дәүләтов «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

2000—2014 йылдарҙа «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә кадрҙар һәм социаль мәсьәләр буйынса директор вазифаһын башҡара[2][3].

2014 йылдың 31 мартынан Рәшит Мостафа улы Дәүләтов — Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы. 2016 йылдың 26 октябрендә был вазифаға контракт нигеҙендә ул яңынан тәғәйенләнде[4][5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013)[6][7].
  • Нефтекама ҡала Советы рәйесе урынбаҫары.
  • Нефтекама ҡала Советы депутаты[7].

Енәйәт эше

2019 йылдың 1 авгусында Рәшит Дәүләтов вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа (РФ Енәйәт кодексының 286-сы статьяһы) ғәйепле тип табылып, 200 мең һум күләмендә штрафҡа тарттырылған.

Суд асыҡлауынса, 2014—2015 йылдарҙа ул хеҙмәт фатирын муниципаль фондтан сығарып, полиция хеҙмәткәренә биргән, һөҙөмтәлә яҡынса 1,9 млн һумлыҡ торлаҡ хосусилаштырылған. Был муниципаль бюджетҡа килтерелгән зыян тип танылған.

2018 йылдың октябрендә ул вазифаһынан ситләтелгән, 2019 йылдың мартында контракт ваҡытынан алда өҙөлгән. Һуңынан фатир муниципаль милеккә кире ҡайтарылған[8].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1993)[9].

Иҫкәрмәләр

  1. Главой администрации городского округа город Нефтекамск стал депутат Государственного Собрания Рашит Давлетов. gsrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2018. Архивировано 7 ноябрь 2018 года.
  2. Сведения о проводящихся выборах и референдумах. www.bashkortostan.vybory.izbirkom.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2018. Архивировано 7 ноябрь 2018 года.
  3. Сведения о проводящихся выборах и референдумах. www.bashkortostan.vybory.izbirkom.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2018. Архивировано 7 ноябрь 2018 года.
  4. Мэром Нефтекамска стал единоросс Рашит Давлетов. storonniki.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2018. Архивировано из оригинала 7 ноябрь 2018 года.
  5. Рашит Давлетов стал мэром Нефтекамска | Республика Башкортостан | ФедералПресс  (рус.), ФедералПресс. 7 ноябрь 2018 тикшерелгән.
  6. Новости Mail.Ru сайты. 16 сентября 2013, источник: ИА Башинформ, (новости источника). Опубликован список избранных депутатов Госсобрания Башкортостана пятого созыва. 15. Давлетов Рашит Мустафович(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2018)
  7. 1 2 Сайт Российская энциклопедия кандидатов. Давлетов Рашит Мустафович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2018)
  8. Экс-глава Нефтекамска приговорен к штрафу за предоставление квартиры замначальника ОВД (1 август 2019). 31 март 2026 тикшерелгән.
  9. Указ Президента Российской Федерации от 23.04.1993 г. № 498  (рус.), Президент России. 27 ғинуар 2019 тикшерелгән.