Вәлиуллина Фәриха Нәҙербай ҡыҙы

Фәриха Нәҙербай ҡыҙы Вәлиуллина (рус. Фариха Надербаевна Валиуллина; 1956 йылдың 27 ғинуары, Рысыҡай, Башҡорт АССР-ы) — журналист, яҙыусы. 1981—2013 йылдарҙа Белорет районының «Урал» гәзите хеҙмәткәре. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000). Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге премияһы лауреаты (2006).

Биографияһы

Вәлиуллина Фәриха Нәҙербай ҡыҙы 1956 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Белорет районының Рысыҡай ауылында тыуған[1].

1973 йылда Шығай урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый. Тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡытыусы һөнәре алғас, хеҙмәт эшмәкәрлеген башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булып башлай.

1981 йылда Белорет районының «Урал» гәзитенә эшкә саҡырыла[1]. Унда хәбәрсе, мөхәррирҙең башҡорт телендә нәшер ителгән гәзит (дубляж) буйынса урынбаҫары, 1985 йылдан алып 2013 йылға тиклем яуаплы секретарь була. 1989 йылда СССР Журналистар союзына ҡабул ителә.

2000 йылда Фәриха Нәҙербай ҡыҙына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.

2013 йылдан хаҡлы ялда. Белорет ҡалаһында йәшәй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының «Иҙел башы» яҙыусылар ойошмаһының «Иҙел башы — юл башы» альманахының редколлегияһы ағзаһы.

Әҙәби ижады

1995 йылда Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Тамғалы ҡарағай» хикәйәләр йыйынтығы, 1998 йылда балалар өсөн «Тере дарыу», 2009 йылда «Боҙорсоҡҡа кем тейҙе»[2]. китаптары баҫылып сыға.

2006 йылда Фәриха Нәҙербай ҡыҙы «Тере дарыу» китабы өсөн Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Яңыбай Хамматов исемендәге премияһына лайыҡ була[3] [4].

2015 йылда «Ҡурайлы сағыл» тип аталған хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә. Был китапта авторҙың үҙенсәлекле яҙмышлы кешеләр тураһындағы «Урал» гәзитендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләләре, төрлө йылдарҙа яҙылған хикәйәләре һәм юморескалары тупланған. Уларҙа мәңгелек тема — мөхәббәт, төрлө яҙмыштар, ҡатын-ҡыҙҙарға хас баҫалҡылыҡ, изгелек, ихласлыҡ, тыуған яҡ тәбиғәтенә һөйөү темалары өҫтөнлөк итә.

2024 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Алтын тараҡ» исемле китабы баҫылып сыға[5].

Китаптары

  • Живое лекарство: Рассказы. — Уфа: Китап, 1998. — 40 с.
  • Кто сбил сосульку?: Рассказы для детей. — Уфа: Китап, 2009. — 24 с.
  • Невестушка: Рассказ //В кН. «Время собирать драгоценности»: Стихи и проза. — Учалы, 2006. — с. 242 — 255.
  • Золотой гребешок : сказки, рассказы / Фариха Валиуллина. Мой щенок : стихи / Файруза Киньябаева. : [для младшего школьного возраста : к сборнику в целом]. - Уфа : Китап, 2024. - 99 с. : цв. ил. ; 22. - На башк. яз. - 1000 экз.. - ISBN 978-5-295-08064-7 (в обл.)

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре

  • Әбейҙәр сыуағы. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 17 октябрь.
  • Закружила любовь вихрем... / Урал. — 2011. — 1 января.
  • Позднее раскаяние: Рассказ // Ағиҙел. — 1993. — № 4.
  • Куршауыл: Юмореска // Урал, 2008. — 1 апреля.
  • Буран в марте: Рассказ // Урал. — 2008. — 4 марта.
  • Не теряя надежды...: Рассказ // Урал. — 2006. — 14 ноября.
  • Кажется забыла: Рассказ // Урал. — 2006. — 2 ноября.
  • Там, где растет курай...: Рассказ // Агидель. — 2002. — № 3. — с. 72—80.
  • А я солнце проглочу: Рассказ // Аманат. — 1994. № 3.
  • Мечтатель: Сказка // Аманат. — 2011. — сентябрь
  • Гороскоп: Юмореска // Башҡортостан. — 2015. № 37. 28 февраль
  • Старая яблоня: Новелла // Ағиҙел. — 2015. № 8. август.
  • А жизнь -то умчалась. // Башҡортостан. — 2014. № 183—184. сентябрь.

Ваҡытлы матбуғат әҙип хаҡында

  • Исхаков В. Оло юлға илтә Иҙел башы.
  • Лит.: Автобиография; Кн. Ф.Валиуллиной «Живое лекарство». — Уфа: Китап, 1998.
  • М. Ямалетдинов. Халыҡсан ҡәләмле әҙибә. Урал. 2015. 108-109. 19 сентябрь.
  • Р. Шаһиев. күңел көҙгөһө. Өфө.: Китап, 2004.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000)
  • Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге премияһы лауреаты (2006)
  • Ижадсы шулай уҡ Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар һәм Яҙыусылар союздарының, республика Матбуғат министрлығының, Белорет районы һәм Белорет ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының, Белорет муниципаль район хакимиәте һәм район советының Почёт грамоталарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Литературная карта Республики Башкортостан. Валиуллина Фариха Назырбаевна. Национальная библиотека им. А.-З.Валиди Республики Башкортостан (18 апрель 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025. (рус.)
  2. Кто сбил сосульку?: рассказы для маленьких / Ф. Н. Валиуллина. МБУ Централизованная система массовых библиотек ГО г.УФА. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025. (рус.)
  3. Лауреаты премии им. Я. Хамматова. Валиуллина Фариха Назырбаевна. Серменевская сельская модельная библиотека им. Яныбая Хамматова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025. (рус.)
  4. Информационно-аналитический отдел. В Белорецком районе вручили литературную премию имени Яныбая Хамматова. Муниципальный район Белорецкий район Республики Башкортостан. Официальный сайт администрации (9 февраль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025. (рус.)
  5. Золотой гребешок: сказки, рассказы / Фариха Валиуллина. МБУ Централизованная система массовых библиотек ГО г.УФА. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025. (рус.)